Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Июль 2019, 00:41

"Һаҡлыҡ банкы" менән "Алға"!

Әлеге банк бүлексәләрендә шундай карта һатып алыу мөмкинлеге булған тәүге төбәк - Башҡортостан.Банктың 83 офисында "Алга" карталары һатыла башланы. Башҡортостан - был банкта транспорт карталарын һатыусы берҙән-бер төбәк.

Шунда уҡ картаны тулыландырырға ла була. Әгәр уны банкомат аша эшләргә уйлаһағыҙ, менюға кереп, "Поиск услуг и организаций" юлын эҙләп табырға кәрәк. Унда пәйҙә булган юлдан "Алға" һүҙен эҙләп табығыҙ һәм картаны тулыландырыу хеҙмәтен һайлағыҙ. Бының өсөн QR-код булған банкоматтарҙа карта һаны кәрәкмәй, транспорт картаһының эске яғындағы кодты сканлаштырырға ғына кәрәк.

"Алға" транспорт картаһын "Һаҡлыҡ банкы"ның мобиль ҡушымтаһынан да тулыландырырға була. Бының өсөн "Платежи" бүлегенә керәбеҙ, Һуңынан "Оплата по QR или штрих коду" бүлеген эҙләп табабыҙ. Смартфон камераһын транспорт картаһының кире яғындағы QR-кодка йүнәлтәбеҙ һәм ҡайһы иҫәптән түләнеүен билдәләйбеҙ. Бының өсөн автотүләү функцияһын һайларға ла була.

Киләсәктә "Алға" картаһын тулыландырыу пункттары артасаҡ. Әлегә улар

"Өфө-матбуғат" киосктарында, "Альдо" һәм "Лепешки от Игорешки", "Лукошко", "Бәйрәм" магазиндарында, "Башспирт" сауҙа йортонда, "Башфармация" предприятиеһында, "Папа-Грилль", "БРСК" акционерҙар йәмғиәте һәм "Рәсәй почтасы" бүлексәләрендә һатыла.
Читайте нас: