Дим буйҙары
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Июль 2019, 19:05

Ҡаныҡайҙар “Айыҡ ауыл” конкурсына ҡушылды

Бөтә донъя башҡорттары Башҡарма комитеты 2014 йылда туҡтап ҡалған “Айыҡ ауыл” республика конкурсына яңынан старт бирҙе. Хәтерегеҙҙә булһа, 2010 йылдарҙа башланған был акция бөтөн республиканы урап сыҡты. Ҡаныҡайҙар ҙа был изге эшкә әүҙем ҡушылды.

- Ауыл йыйынында Бикҡол ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Ришат Әхмәтшин ауылда бер нисә йортта иҫерткес эсемлек һатыусылар барлығы тураһында мәғлүмәт биргәйне, - тип һөйләй әүҙем йәштәрҙең береһе Булат Ноғоманов. – Шуныһы көйөндөрә: осһоҙ алкоголде, күп осраҡта йәштәр һатып ала һәм 25-35 йәштә инде ниндәй юл менән булһа ла шешә табыу - йәшәү рәүешенә әүерелә. Бер 10-15 йылдан һуң нимә булырын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Статистика буйынса, 2016 йылдан алып республикала халыҡ һаны 20059 кешегә кәмегән. Был иҫерткес эсемлектәр ҡулланыуға ла бәйле. Шуға ла беҙ ауылда алкоголь һатыусыларға ҡаршы көрәш алып барырға булдыҡ.

Биш кешенән торған төркөм социаль селтәрҙә “Бишбүләк районының Башҡорт йәштәре берләшмәһе” ойошмаһын булдырған, унда 120-гә яҡын кеше теркәлгән. Бында теләгән һәр кем үҙ ҡарашын белдерә, яңы идеялар тәҡдим итә ала. Фекер алышыуҙарға ҡарағанда, күптәр был акцияны ҡеүәтләй, хатта көмөшкә һатыусыларҙың исем-шәрифе яҙылған таҡта булдырырға тәҡдим итеүселәр ҙә бар.

- Эскеселеккә ҡаршы көрәште йәй башында башланыҡ, шуға әлегә һөҙөмтә юҡ тиерлек. Ишетеүебеҙсә, күп кенә “аҫтан” араҡы, көмөшкә һатыусылар һағайып ҡалды, уныһораған һәр кемгә бирмәйҙәр. Йәмәғәтселек урындарына беҙ эскелеккә ҡаршы плакаттар ҡуйҙыҡ, әммә уларҙы боҙоусылар ҙа табылды, - тип һүҙҙе дауам итә Булат. - Был факттар беҙҙе ҡатыраҡ булырға этәрә. Ауыл ҙур түгел, һәр кемдең тын алышы һиҙелеп тора. Һис шикһеҙ, беҙ ул кешеләҙе беләбеҙ һәм яуаплылыҡҡа тарттырасаҡбыҙ. Минеңсә, хоҡуҡ һаҡлау органдары был өлкәлә тейешенсә эшләмәй. Ә бит ауылдарҙа рейдтар үткәрергә була. Был иһә хәлде тамырынан үҙгәртер ине. Яңы уҡыу йылы башланыу менән уҡытыусылар менән берлектә тәмәке тартыуға һәм эскеселеккә ҡаршы пропаганда алып барырға аланлаштырабыҙ.

- Үкенескә ҡаршы, үткәрелгән барлыҡ рейдтар ҙа протокол төҙөү менән тамамланмай. Законһыҙ алкоголь һатыусыларҙың йыш ҡына үҙ клиенттары бар. Ысынында, нәҡ был йортта “йәшле йылан” һатыуҙарын иҫбатлау ауыр, - ти Бишбүләк районының полиция участка бүлеге начальнигы Игорь Мышов. – Йыл башынан спиртлы эсемлектәр һатыу буйынса 8 административ закон боҙоу осрағы теркәлде, Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан өй шарттарында әҙерләнгән 60 литр алкоголь тартып алынған. Был проблемаға битараф булған һәр кем полицияға хәбәр итә ала. Күрһәтелгән адрес буйынса мотлаҡ тикшереү уҙғарасаҡбыҙ.

Ҡаныҡай ауылында көмөшкә ҡойоусы ике кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған һәм уларға тейешле күләмдә штраф һалынған. Был йүнәлеш буйынса эш бар район күләмендә алып барыла.

- Граждандар сходында барыһы ла спиртлы эсемлектәр һатыуға ҡаршы сыҡты, - ти ауыл хакимиәте башлығы Ришат Нуриман улы. – Улар, ысынында үлем менән һатыу итеүселәр, эскелек арҡаһында күпме ғаиләләр тарҡалыуын уйлап та бирмәй, күҙ йәше төшөүҙән дә ҡурҡмайҙар, үҙҙәренең кеҫәһен ҡалынайтыу өсөн көмөшкәне үтескә лә, көтөсәккә лә бирәләр. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы "Айыҡ ауыл" конкурсы иғлан итте. Беҙ ҙә был бәйгелә ҡатнашырға һәм айыҡлыҡ өсөн көрәшергә ниәтләйбеҙ, иҫерткес эсемлектәрҙең өй шарттарында әҙерләнгәнен генә түгел, ә магазинда һатылыуына ла юл ҡуймаясаҡбыҙ.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ҡануниәткә ярашлы булмаған бизнес – араҡы, көмөшкә йәки башҡа төр спиртлы эсемлектәр һатыу – һәр ҡайҙа күҙәтелә. Был изге башланғысҡа районыбыҙҙың башҡа төбәгендә йәшәүселәр ҙә ҡушылһындар ине.

Ирина Фомина.
Читайте нас: