Төбәк тарафынан әлеге маҡсаттарға бирелгән сумма өлөшө 2 процент тәшкил итәсәк.
Дөйөм дәүләт проекты үҙ эсенә алған “Таҙа ил” проекты 2024 йылға тиклем ҡалаларға яҡын урынлашҡан 24 сүплекте бөтөрөүҙе күҙ уңында тота. Уларҙың һигеҙе, һайлап алыу талаптарын үткәндән сһуң, федераль программаға индерелде һәм сығымдарҙың 98 процентын федераль ҡаҙнанан бүлеү мәсьәләһе хәл ителде.
Был исемлеккә Салауат, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Дәүләкән, Баймаҡ, Сибай, Благовещен һәм Күмертау ҡалалары индерелде. Әлеге ваҡытта сүплектәрҙе бөтөрөүҙе күҙ уңында тотоусы проект өсөн республика аҡсаның үҙенә ҡараған өлөшөн бүлде.
“Экология” дөйөм дәүләт проекты ундан артыҡ йүнәлеште берләштереүсе ҙур программаларҙы тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота. Ил күләмендә мөһим экологик мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән әлеге проектты тормошҡа ашырыу өсөн 4 триллион 41 миллиард һум аҡса бүлеү планлаштырыла. Шуның 701,2 миллиард һумы — федераль бюджеттан, төбәктәр ҡаҙнаһынан — 133,8 миллиард һәм бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан 206,1 миллиард һум тәшкил итәсәк.