Уның сиктәрендә ҡуйылған бурыстар буйынса Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау учреждениелары 2024 йылға тиклем йыл һайын 2 меңгә яҡын сит ил кешеһенә медицина ярҙамы күрһәтергә тейеш.
Әле республика дуаханаларында башҡа илдәрҙең 500 гражданы дауалана, тип хәбәр итә республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бүлек мөдире Лидия Светлакова.
– 2024 йылға 2 меңгә яҡын сит ил гражданын дауалау планлаштырыла. 2017 йылда уларҙың һаны 470 ине, - тип белдерә ул.
Башҡортостандың медицина туризмы ассоциацияһы етәксеһе Земфира Йосопова фекеренсә, Рәсәй клиникаларында хаҡтар, сит илдәрҙәге менән сағыштырғанда, түбән.
– Сит илдә хеҙмәт күрһәтеүҙәр ҡыйбатлана, беҙҙең хаҡтар ун тапҡырға осһоҙораҡ, стоматологияла Европа менән айырма 20 тапҡырға етә, - тине ул.
#НациональныепроектыБашкортостан