Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Июль 2019, 11:30

Берҙәм “112” хеҙмәтенә шылтыратыуҙарҙың яртыһынан күберәге ялған

Үҙ ғүмерең өсөн ҡурҡыу хисе кисереү – һәр кемгә лә таныш тойғо. Беҙ барыбыҙ ҙа ярҙамдың теләһә ҡайһы ваҡытта, теләһә ниндәй шарттарҙа тиҙ һәм ашығыс рәүештә күрһәтеләсәгенә өмөтләнәбеҙ һәм ышанабыҙ.

Башҡортостанда “112” хеҙмәте – тиҙ арала ярҙам күрһәтеүҙең берләш¬кән системаһы ул. “112”гә республика ҡалаларынан һәм ауылдарынан һәр кем шылтыратып, тиҙ ярҙам алыу буйынса мөрәжәғәт итә ала. Кешеләр янғын, юл һәләкәте, көнүҙәк проблемалар, табиғәт килтергән бәлә-ҡазалар хаҡында хәбәр итә. Тиҙ арала барлыҡ мәғлүмәт муниципаль берәмлектәргә ҡараған берҙәм диспетчер хеҙмәттәренә тапшырыла.

Республикала шылтыратыуҙарҙы хеҙ¬мәтләндереүҙең “112” системаһына ҡараған берҙәм үҙәге эшләп килә. Тиҙ ярҙам күрһәтеү буйынса автоматлаштырылған 334 хеҙмәт урыны булдырылғган, геомәғлүмати система ла уңышлы тормошҡа ашырыла.

“112” номерын йыуыу менән һеҙҙең ниндәй район-ҡаланан шылтыратыуығыҙ теркәлә, шылтыратыу өҙөлгән осраҡта система автоматик рәүештә номерҙы яңынан йыйып, оператор менән тоташтыра. Мөрәжәғәттәр, шулай уҡ, инглиз, испан, немец, ҡытай, француз телдәрендә булырға мөмкин, был осраҡта ярҙамға тәржемәселәр килә. “112”гә шылтыратып, психологик ярҙам да алырға мөмкин. “ЭРА-ГЛОНАСС” системаһы буйынса ла шылтыратыуҙар ҡабул ителә.

Үткән йылдың декабрендә Башҡортостанда “112” хеҙмәте даими файҙаланыуға индерелде. Хәҙер шылтыратыуҙарға автояуап түгел, ә оператор тауышын ишетергә була. Был тиҙ ярҙам күрһәтеү хеҙмәттәренең эштәрен оператив башҡарыу мөмкинлеген, сифатын бермә-бер арттырҙы.

Берҙәм ярҙам хеҙмәте диспетчерҙары тәүлегенә 7 меңдән артыҡ шылтырату ҡабул итә. Быйыл 6 ай эсендә генә улар тарафынан 1 миллион 100 мең шылтыратыу эшкәртелгән. Шул уҡ ваҡытта, шылты¬ратыуҙарҙың 52 проценты – ялған. Быға балаларҙың шаярып шылтыратыуын, телефон кеҫәлә килеш “112” хеҙмәте номе¬рының автоматик йыйылыуын да керетергә була. Хулиганлыҡ осраҡөтары ла юҡ түгел. Юҡ-бар шылтыратыуҙар, кемдеңдер ваҡыт үткәрер өсөн “112” номерын йыйып һөй¬ләшәһе килгән осраҡтар ҙа бар. Ә бит һеҙ үҙегеҙ хәл итерҙәй мәсьәлә менән йәиһә шаярып “112”гә шылтырат¬ҡан ваҡытта кемгәлер ысынлап та медицина, ҡоткарыусылар йәиһә янғын һүндереүселәр ярҙамы кәрәк булыуы бар. Шуны иҫегеҙҙә тотһағыҙ һәм “112” линияһында юҡ-бар шылтыратыуҙар менән сират булдырмаһағыҙ ине. Өлкәндәр быны балаларға ла аңла-тырға тейеш, сөнки күп осраҡта балалар “112” хеҙмәтенең нимәнән ғибәрәт икәнлеген белмиәй ҙә, аңламай ҙа.

Шуны да иҫегеҙҙән сығармағыҙ: айырым осраҡтарҙа ялған шылтыратыуҙар өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған. Был бигерәк тә террорсылыҡ ме¬нән бәйле булған ялған хәбәрҙәргә ҡағыла.

Һәр ваҡыт иҫегеҙҙә тоттоғоҙ: тиҙ ярҙам күрһәтеү хеҙмәтенә уйнап-шаярыр өсөн шылтыратҡан ваҡытта кемдер матди юғалтыуҙар кисерергә, ә тағы да аяныслыһы – ғүмере менән хушлашырға ла мөмкин...
Читайте нас: