Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Июль 2019, 19:13

"Эште белгән көслө команда туплау зарур"

“Аҫылташ-2019” башҡорт мәҙәниәте форумы дауам итә. Маҡсатҡа ынтылған йәштәр өсөн төрлө йүнәлештәр буйынса фекер алышыу майҙансыҡтары уңышлы эшләй.

“Ҡурай” каналы директоры Рита Өмөтбаева “Милли телепроекттарҙы үҫтереү практикаһы” тигән темаға спикер булараҡ сығыш яһаны.

“Тәү сиратта эште белгән татыу һәм көслө команда туплау зарур. Проекты тамашасыға еткерә белеү – уңыштың төп береһе. Шул уҡ ваҡытта бөгөн реклама хаҡында ла оноторға ярамай. Интернеттың төрлө социаль селтәрендә үҙ рекламаңды булдырыу, уны мөмкин тиклем күберәк таратыу ҙа тамашасыны күберәк йәлеп итеүгә булышлыҡ ҡыла”, – тине Рита Рәшит ҡыҙы.

Форумда ҡатнашыусылар спикерға төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Улар телепроект булдырыу, уны тәҡдим итеү юлдары хаҡында белеште, зәңгәр экрандар аша һөнәри йүнәлеш, эшкә урынлашыу, мәшғүллек, туризм хаҡында тапшырыуҙарҙы күберәк күргеләре килеүен еткерҙе. Гүзәл зат иһә ысын ҡатын-ҡыҙҙың ниндәй булырға тейешлеге тураһында тапшырыу кәрәклеген әйтте.

“Беҙ һеҙ тәҡдим иткән телепроекттарҙы ҡарарға һәм тормошҡа ашырырға әҙербеҙ. Уңыштар һеҙгә!” – тине Рита Өмөтбаева


Читайте нас: