Дим буйҙары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Июль 2019, 19:26

Шәп кейәү табыу өсөн һимеҙ булырға кәрәк

Мавританияла кәләш таҙа булырға тейеш. Тап шуға ла унда ҡыҙҙарҙы һимертә торған ферма бар.

Ул кешеләр йәшәгән урындан йыраҡ урынлашҡан. Ярты йылға ҡыҙҙар янына әсәһе генә килә ала. Бында уларҙы арахис, май, дөйә һөтө кеүек туҡлыҡлы ризыҡтар менән һыйлайҙар. Ҡыҙҙарға тары ярмаһынан махсус бутҡа бешерәләр. Фермала физик эштәр тыйылған, шуға ҡыҙҙар бик тиҙ таҙара.

Илдә шәп кейәүгә сығыу өсөн ҡыҙ 12 йәшендә 80-90 килограмм булырға тейеш тип һанала. Ябыҡ ҡыҙ – атай-әсәйгә хурлыҡ, уға бер кем дә өйләнмәй. Был йола XI – XII быуаттарҙан уҡ килә.
Читайте нас: