Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Июль 2019, 17:16

Медицина тармағындағы ыңғай яңылыҡтар

Республиканың 33 медицана учреждениеһында “Һаҡсыл поликлиника” проекты тормошҡа ашырыла башланы.

Уныҡ маҡсаты – ресурстарҙы, ваҡыт һәм был процеста ҡатнашыусыларҙың нервыларын һаҡлау.

Бының өсөн пациенттарҙы ҡабул итеү һәм уларҙы “таратыу”ҙың яңы логикаһы эшләп сығарылды. Һау һәм сирле пациенттар төрлө коридорҙарға бүленә. Килеүселәрҙе өс төргә айыралар: ашығыс ярҙам кәрәктәр, алдан яҙылып план буйынса килгәндәр һәм “белешмә өсөн генә” кергәндәр. Ағымдарҙы бүлеү өсөн холда махсус мәғлүмәт стендтары ҡуйылған.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә 306 берәмек медицина ҡорамалы, 20 күсмә ФАП һәм ете флюорографтар ҡайтарылған. Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдереүенсә, әле республикала өс яңы ФАП һәм ике балалар поликлиникаһы (Туймазы һәм Дүртөйлөлә), республика онкодиспансерына яңы хирургия корпусы төҙөлә. Шулай уҡ республика клиник балалар дауаханаһы һәм 18 балалар поликлиникалары һәм бүлексәләре ремонтланасаҡ.
Читайте нас: