Былтыр “Башҡортостан” гәзитенең 2 ноябрь һанында сыҡҡан “Кәнсер – Ҡотос юлын тапап, үтеп китте беҙҙең бала саҡ” тигән мәҡәләлә шундай юлдар бар: “Бөгөн Ҡотос мәктәбендә 36 бала белем ала. Беҙҙең менән осрашыуға ошонда ҡырҡ йылға яҡын директор вазифаһын башҡарған Люция Агишева ла килгәйне. Уҡытыусылар менән яҡындан танышып күрешеүгә сикһеҙ шат булдыҡ: уларҙың иңенә белем биреү генә түгел, ә шәхес тәрбиәләү, милләт вариҫын үҫтереү бурысы һалынған бит. Быны Ҡотоста яҡшы аңлайҙар. “Әлифба” урынына иҫкереп бөткән “Бүләк” китабынан уҡытыуҙарын күреп йөрәк әрнене. Беҙҙең республикала тап сит өлкәләрҙә, Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән башҡорттар менән эш алып барыуға йүнәлтелгән программалар бар. Беҙ бит төбәктәргә башҡорт әсбаптарын илтеп бирергә тейешбеҙ!” 46 меңдән ашыу башҡорт йәшәгән был төбәктең башҡорт рухиәтен, башҡорт сәнғәтен күтәреүҙәге роле баһалап бөткөһөҙ. Мөхәмәтша Буранғолов, Рауил Бикбаев, Әмир Абдразаҡов, Сәғит Мерәҫов, Дауыт Юлтый, Ғабдулла Амантай кеүек шәхестәрҙе генә лә иҫкә алыу етә.
Хәйер, тарихи Башҡортостан майҙанында йәшәгән төбәктәрҙең һәр береһендә – Һамар, Һарытау, Ҡурған, Силәбе, Пермь, Татарстан ерлегендә башҡорт халҡының бик күп аҫыл улдары һәм ҡыҙҙары тыуған.
Һуңғы йылдарҙа, ысынлап та, төбәктәрҙә йәшәгән башҡорттарҙың иғтибарҙан ситтә ҡалыуы хаҡында ишетеп түгел, барып күреп, танышып йөрөнөк. Ҡурған, Силәбе, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Пермь, Свердловск, Татарстан тарафтарына сыҡҡан сәфәрҙәрҙән репортаждарҙы Башҡортостаныбыҙҙың төп баҫмаһында бирә барҙыҡ. Төбәктәрҙә оҙаҡ йылдар эшләп килгән әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре Рәсил Мөхәмәтйәнов, Сафиулла Вилданов, Салауат Аҡдәүләтов, Ильяс Бәҙретдинов, Нәфисә Төмәнцева, Көнһылыу Әйүпова, Бүләкәй Шафиҡова кеүек ағайҙарҙың һәм апайҙарҙың көндәлек фиҙакәр хеҙмәте, башҡорт халҡының тамырҙарына, үҙ-үҙҙәренә тоғролоҡтары менән һаҡланып килгән милли ойошмаларҙың эшмәкәрлеген, әсенеп әйткән теләктәрен ишетмәү мөмкин түгел ине.
Пермь башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов, Өфөлә уҙған сығыштарҙа аныҡ миҫалдар килтереп, төбәктә башҡорт халҡының үҙенсәлеген һаҡлау өсөн бик күп саралар уҙғарыу, шул уҡ ваҡытта ярҙам да кәрәклеге хаҡында әйтте. Ошо төбәккә күҙ һалайыҡ әле: 1987 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Пермь крайында 62 мең башҡорт теркәлгән. 2002 йылда – 40,5, ә 2010 йылда 32 меңгә ҡалған. Бындай темп менән барғанда, Башҡортостан тарафынан иғтибар, республиканы бар иткән милләттең аҫаба ерҙәрендә йәшәгән милләттәштәренә мөнәсәбәте ҡәтғи рәүештә ыңғай яҡҡа үҙгәрмәһә, киләһе йыл үтәсәк халыҡ һаны иҫәбен алыу бөтөнләй беҙҙең файҙаға булмауы ихтимал, тиергә була ине.
Төбәктәр үҙҙәренә ниндәй ярҙам кәрәклеген аныҡ әйтә: милли кейемдәр, тирмәләр, музыка ҡоралдарында – атап әйткәндә, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнарға, бейергә, милли биҙәүестәр эшләргә, тегергә өйрәткән оҫталыҡ дәрестәре кәрәк уларға. Шулай уҡ даими рәүештә башҡорт артистарының, яҙыусыларының, театрҙарҙың сығыштары булып торһа, ҡушҡуллап ҡаршы алырҙар ине.
Алда әйткәнемсә, уҡыу әсбаптары юҡ. Улай ғына ла түгел, даими рәүештә башҡорт телендә китаптар йыйып илтһәк тә, башҡорт тарихын сағылдырған йыйынтыҡтар таратылһа ла, улар сүлгә һеңгән һыу тамсыһы кеүек булды. Уҡыу әсбаптары, китаптар, методик ҡулланмалар һаман да етмәй.
Бына ошолар хаҡында V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында әйтелде, комиссиялар резолюцияларына ла индерелде. Үҙенең сығышында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та билдәләне, төбәктәргә әлегә тиклем ярҙам булмаһа, хәҙер буласаҡ, тип вәғәҙә бирҙе.
Ниһайәт, ошо эштәр атҡарыла башланы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиум ағзаһы, экс-депутат Сәлиә Мырҙабаева Һамар өлкәһенә барған тәүге сәфәрҙәге тәьҫораттарын былай тип яҙҙы: “Башланыҡ! Һамар өлкәһендә уҙған йыйын тамамланды. Өлкәнең әүҙем йәмәғәт ағзалары менән таныштыҡ, төбәктә йәшәгән башҡорттарҙың көнүҙәк проблемалары тураһында фекер алыштыҡ, мәсьәләләрҙе хәл итеү юлын эҙләнек.
Башҡортостандан алыҫ йәшәһәләр ҙә, телде, тарихты, мәҙәниәтте һаҡлай алғандарына һоҡландыҡ. Һамар ҡалаһы һәм өлкәһе хакимиәтенә рәхмәт, рәсми вәкилдәр менән осрашыу ҙа ыңғай һөҙөмтәләр бирер, тип ышанам”.
Нефтекама филармонияһы артистары сығышы урындағы халыҡ өсөн ҙур байрам булды. Уларҙың һәм Октябрьский ҡалаһы оҫталарының халыҡ кәсебе күргәҙмәләрен ойоштороуы – үҙе бер йәм! Был төбәктә йәшәгән башҡа милләт вәкилдәре лә йыйында ҡатнашып, милли күргәҙмәләрҙе, тирмәләрҙе ҡараны.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һамарҙарға өр-яңы тирмә һәм милли кейемдәр алыу өсөн сертификат бүләк итте. Һамарҙа Халыҡтар дуҫлығы йорто төҙөлөшө тамамлана. Унда мотлаҡ Башҡорт йорто буласаҡ. Бына был бүләктәр ошо йорт өсөн, халыҡ өсөн бик кәрәкле булыр!
Бына шулай, тәүге сәфәр һәм тәүге төбәк менән сара уҙып та китте. Киләсәктә бындай байрам башҡорттар күпләп йәшәгән һәр төбәктә буласаҡ.
Йәнә лә бер ҡыуаныслы яңылыҡ – яңы уҡыу йылынан төбәктәрҙә йәшәгән башҡорт балалары өр-яңы уҡыу әсбаптары менән тәьмин ителә. Китаптар нәшер ителгән, улар төбәк уҡытыусыларына мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһендә тапшырыласаҡ. Шәп бит! Төбәк ҡоролтайҙарының әйткән фекерҙәре, теләктәре, башҡорт балаларына туған телде уҡытыу ниәттәре ғәмәли ярҙам менән ҡеүәтләнә. Һәр өлкә, крайға милли кейемдәр, тирмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, сәнғәт әһелдәренең сығыштары барып етһә, йышыраҡ ойошторолһа, халҡыбыҙҙың рухы нығыныр, ҡеүәте артыр. Эш дауам итә.