Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Июль 2019, 14:18

Рәсәй халҡы Леонардо Ди Каприоны "штурмлай"

Сәбәбе етди. Танылған актер Леонардо Ди Каприоның инстаграм битен Рәсәй халҡы "штурмлаған".

Яҡташтарыбыҙ актерҙан Байкал күлен һаҡлап ҡалырға ярҙам итеүен үтенә. Мәғлүм булыуынса ил етәкселәре бында завод төҙөргә нитәләй. Рәсәй халҡы иһә был эш донъяның иң ҙур күлен бөтөнләй юҡҡа сығарасаҡ тип ҡурҡа. Завод төҙөлөүгә ҡаршы сыҡҡан халыҡ #спасембайкал, #SaveBaikal тигән хештектар ҡуйып интернетта төрлө яҙмалар урынлаштыра. Бер төркөм халыҡ Леонардо Ди Каприоға ла яҙа башлаған. Ди Каприо актер ғына түгел, ул әле "The Leonardo DiCaprio Foundation" әйләнә-тирә мөхитте һаҡлап ҡалырға ярҙам итеүсе фондҡа нигеҙ һалыусы ла әле. Үҙ инстаграмында ул шулай уҡ тәбиғәтте һаҡлау буйынса эш алып бара. Рәсәй халҡы һүҙҙәренә ҡарағанда, актер Байкал күленең киләсәк тормошона ла битараф ҡалмаҫ. Актер Байкалды һаҡлап ҡалыу проблемаһын күтәреп сыҡһа, күл буйында заводтар төҙөлмәҫ тип ышана халыҡ.
Читайте нас: