Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Июль 2019, 14:03

Ғүмерҙе заманса страховкалау нимә ул? .

Асылда, ғүмерҙе страховкалау 4 һорауға яуап бирә. Йәшенә, килеменә, йәшәгән урынына ҡарамаҫтан, был һорауҙар һәр кешене борсой.

Беренсенән, әгәр ҡаты сирләп кит-һәм, нимәгә дауаланасаҡмын?
Әгәр кешенең полисы булһа, аяҡҡа баҫыу, операция яһатыу, дауаланыу, реабилитация үтеү һәм һауығыу өсөн аҡсаһы бар.
Икенсенән, әгәр мин ҡайтмаһам, минең ғаилә менән ни булыр?
Үкенескә күрә, тормошта бәхет-һеҙлек осраҡтары була. Бында төп һүҙ: ҡапыл. Эйе, кеше өсөн тормош туҡтай, ләкин уның ғаиләһе өсөн түгел. Ғаиләгә кредиттар, ипотека, ғәҙәти сығымдарҙы түләүҙе дауам итергә кәрәк. Бында страховка түләүҙәре ғаиләгә тормоштарын үҙгәртеп ҡорорға, йүнәлеш алырға ярҙам итә.
Өсөнсөнән, балаларыма белем алыуҙы мин нисек тәьмин итә алам?
Белем алыу, нигеҙҙә, түләүле. Әгәр ата-әсә ваҡытында ай һайын әҙләп аҡса йыя башлаһа, әйбәт кенә сумма йыйыла. Әгәр бала вузға бюджет нигеҙендә инеп китһә, әлеге аҡса ипотека, машина һәм башҡаға тәүге иғәнә рәүешендә яҡшы старт буласаҡ.
Дүртенсенән, пенсияла мин нимәгә йәшәйәсәкмен?
Хәҙер был һорау, бер кешене лә айырмайынса, барыһын да борсой. Беҙҙең барыбыҙ ҙа ҡартлыҡта комфорт булыуы тураһында хыяллана, сәйәхәт итергә, һаулығыбыҙҙы һаҡлар-ға, ейәндәребеҙҙе иркәләтергә теләйбеҙ.
Ғүмерҙе страховкалау килешеүе тамамланғас, һеҙ ай һайын пассив килем алырға мөмкинлек биреүсе шаҡтай ҙур аҡсаға эйә булаһығыҙ. Ғүмерҙе страховкалау килешеүенә ярашлы, үҙегеҙгә ғүмерлек аннуитет (пенсия аннуитеты, ғүмерлек пенсия, пассив килем) эшләй алаһығыҙ.
Страховка килешеүенә ярашлы индерелгән аҡса оҙайлы ваҡыт эсендә шаҡтай капитал барлыҡҡа килтерә. Был индексациялау һәм инвестиция килеме өҫтәлеү иҫәбенә шулай килеп сыға. Даими иғәнәләрҙе оҙайлы ваҡыт дауамында ҡушыу һәм ҡабатлау юлы менән капитал булдырыуы һәр ваҡыт еңелерәк.
Полис менән үҙеңде ышаныслыраҡ тояһың. Кешенең страховка полисы ниндәй булырға тейеш? Ул уның килемдәренә, сығымдарына, йәшенә, алдында торған бурыстарына тап килергә тейеш.
Нимәгә миңә страховка агенты менән осрашырға?
Әгәр һеҙ үҙ ғүмерегеҙҙә страховка агентын осратмаһағыҙ, тимәк, һеҙҙең финанс хәүефһеҙлегегеҙ юҡ. Әгәр страховка компанияһы клиенты икән-һегеҙ, һеҙ үҙегеҙҙе финанс яғынан бөтөнләй хәүефһеҙ тояһығыҙ, һеҙҙең бөтә ошо мәсьәләләрегеҙ хәл ителгән, күпме аҡсағыҙ барын да беләһегеҙ.
Полисығыҙ булыу – тимәк, үҙегеҙ һәм яҡындарығыҙ именлеге өсөн ышанысығыҙ бар. Уның тәғәйенләнеше – тормош хәлдәре арҡаһында үҙегеҙгә йәиһә ғаиләгеҙгә ярҙам итә алмаған саҡта, ул быны һеҙҙең өсөн эшләйәсәк.
Интернеттан.
Читайте нас: