Субсидия алыусылар араһында – Әлшәй, Архангел, Балтас, Борай, Илеш, Ҡыйғы, Краснокама, Мәсетле, Мишкә, Тәтешле, Өфө, Учалы, Хәйбулла райондары, Ағиҙел, Нефтекама, Сибай ҡалалары, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы матбуғат хеҙмәтендә.
2013 йылдан төбәктә был маҡсатҡа республика бюджетынан йыл һайын 12 миллион һумлап бүленә. Сәнғәт мәктәптәрен йыһазландырыу исемлегенә шулай уҡ һынлы һәм ҡулланма сәнғәт өсөн ҡорамалдар, мәҫәлән, мольберттар һәм керамиканы яндырыу өсөн мейестәр инә. Финанслау махсуслаштырылған учреждениеларҙың нужалары өсөн ҡиммәтле ҡорамалдар һатып алырға һәм белем биреү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирә.
«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә быйыл 63 сәнғәт мәктәбе федераль бюджеттан бүленгән 22 миллион һумға илебеҙҙә етештерелгән «Николай Рубинштейн» маркалы пианино алған.
Башҡортостанда бөтәһе 117 балалар сәнғәт мәктәбе. 2020, 2022 һәм 2024 йылдарҙа Башҡортостан йыл һайын милли проект сиктәрендә сәнғәт мәктәптәрен музыка ҡоралдары менән йыһаландырыуға 76 миллион һум аласаҡ (бөтәһе 230,46 миллион һум). Был Рәсәй төбәктәренә бүленгән иң ҙур федераль субсидияларҙың береһе.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан.