Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Июль 2019, 14:41

Сифат өсөн яуаплылар

Энергетиктар ҡышҡы йылытыу осорона әҙерлекте тамамлай

- Энергетиктар ҡышҡы йылытыу осорона әҙерлекте тамамлай. Беренсе ярты йыллыҡ тамамланды, hәм «Бижбулякэнергосервис» йәмғиәте — ресурстар менән тәьмин итеүсе селтәр ойошмаһы эшенә билдәле бер һөҙөмтәләр яһарға мөмкин. — Беҙ, БР энергия һатыу компанияһы менән килешеy нигеҙендә, ҡулланыусыға электр энергияһы тапшырыу буйынса хеҙмәттәр кyрһeтeбеҙ, — ти ойошма етeксеһе Азат Хәсәнов. — Йылытыу осорона әҙерлек мәсьәләһе буйынса ла беҙҙең һорау бик етди. Контроль Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте hәм Тариф комитеты яғынан алып барыла. 2019 йылдың уҙған осоронда «Бижбулякэнергосервис» йәмғиәте Бишбүләктә ике, Михайловкала бер электр подстанцияһын реконструкцияланы. Михайловка ауылында 200 метр юғары вольтлы линия төҙөкләндерелде. Бишбүләктe төньяҡ-көнбайыш микрорайонында 750 метр түбән вольтлы линия төҙөлдө, шул рәүешле төҙөлә торған йорттарҙы тоташтырыу өсөн 100 процент электр линиялары менән тәьмин ителде. Төньяҡ-көнбайыш микрорайонда барлығы 4,8 километр электр линияһы төҙөлдө. Бишбyләк ауылында Чапаев урамы буйынса 1,5 километр оҙонлоҡта электр линияһын реконструкциялау теүәлләнеп килә. Алда һанап үтелгән эштәр инвестицион программа hәм 2019 йылға капиталь ремонт планы буйынса башҡарылды. Йылдан-йыл электр менән тәьмин итеү электр йыһаздары эше сафтан сығыу һаны кәмеү менән башҡарыла. Был — электр селтәрҙәрен яңыртыу, иҫке электр линияларын һүтеү буйынса йыл һайын башҡарыла торған эш һөҙөмтәһе. Беҙҙең коллективта 18 кеше эшләй, улар араһында электромонтаж участогы мастеры Алексей Денисов, электромонтерҙар Валерий Яковлев, Сергей Федоров, Александр Павлов, Алим Кинйәбаев, Хәмит Минhажев, Дмитрий Таймасов.

Владимир СМОЛОВ язып алды.
Читайте нас: