Дим буйҙары
-24 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Июль 2019, 15:36
Бал буламы быйыл, юҡмы?
"Быйыл Башҡортостанда бал етештереүҙең 1,5 процентҡа кәмеүе ихтимал. Беҙҙең мәғлүмәттәр буйынса, 10 районда 2,74 мең ҡорт күсе һәләк булған.
Шул сәбәпле, бал 70 – 90 тоннаға кәмерәк булыр тип көтөлә. Был республика өсөн үтә ҙур күләм түгел һәм продукцияға ҡытлыҡ көтөлмәй. Бал етештереүҙе кәметеүҙән юғалтыу 32,4 миллион һум тәшкил итеүе бар", – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Башҡортостанда йыл һайын алты мең тонна тирәһе бал алына. Иҫәпләүҙәр буйынса, бал ҡорттарының 0,6 проценты һәләк булған. Тармаҡ етәксеһе әле үлгән ҡорттарҙы тикшереүҙәре хаҡында белдерҙе.
Рәсәй буйынса илдең 20 төбәгендә бөжәктәрҙең һәләк булыуы асыҡланған. Умартасылар һәм ҡорт продукцияһын етештереүселәрҙең милли ассоциацияһы президенты Әлфир Маннапов был юҫыҡта юғалтыу бер триллион һум тип баһалай.
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраль , 09:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраль , 07:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"