Дим буйҙары
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Июль 2019, 09:05

Башҡортостанға «Мосафир» этник музыка форумына төрлө ил вәкилдәре йыйыласаҡ

Башҡортостанда «Мосафир» этник музыка форумы уҙа. Проекттың ойоштороусыһы – Башҡортостан Республикаһының Драматургия һәм режиссура үҙәге.

Проект дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса 3,5 миллион һум күләмендә Башҡортостан башлығы грантын алды.

«Мосафир» форумы 10-12 ноябрҙә үтә. Проекттың майҙансығы – «Торатау» конгресс-холы, «Өфө уттары», Music hall 27, Башҡорт дәүләт филармонияһы.

Проект сиктәрендә этник музыка өлкәһендә 20 алдынғы белгес ҡатнашлығында музыкаль конференция, продюсерҙар, тур ойоштороусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре күҙалланған. Шулай уҡ төбәк презентациялары өсөн күргәҙмә зоналары ойоштороу ҡарала.

Рәсәйҙә этник музыка өлкәһендә берҙән-бер профессиональ премия — Russian World Music Awards менән бүләкләү тантанаһы һәм бер нисә музыкаль шоу форумдың иң күркәм ваҡиғаһы буласаҡ. Урындағы этно-башҡарыусылар килгән продюсерҙар һәм эксперттар менән аралаша аласаҡ һәм донъя коммерция баҙарына сығыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

«Беҙ этник музыканы үҫтереү өсөн шарттар булдырырға теләйбеҙ. Рәсәй һәм сит ил эксперттары килеүенә күрә музыка ротацияһына, башҡарыусыларыбыҙҙың турҙарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашыуына килешеүҙәр төҙөп булыр тик көтәбеҙ. Бынан тыш, форум йомғаҡтары буйынса сайтыбыҙҙа электрон музыка базаһы булдырабыҙ, ғилми эштәр йыйынтығы сығарабыҙ», — тип һөйләне Башҡортостандың Драматургия һәм режиссура үҙәге директоры Әлиә Яхина.

Ҡатнашыусыларҙың географияһы киң була. Байрамға Польшанан, Бөйөк Британиянан, Германиянан, Кореянан, Чехиянан, Нидерлантан һәм башҡа илдәрҙән музыка даирәләре вәкилдәре, шулай уҡ музыка тәнҡитселәре киләсәк.

Урындағы башҡарыусыларҙан Әлиә Яхина «Ҡурайсы», «Арғымаҡ», «Узорица» төркөмәрен, Катя Ямщикова төркөмөн, Милли музыка ҡоралдарын оркестрын атаны.

Форумға ҡатнашыусыларҙы теркәү августа башлана.
Читайте нас в