Дим буйҙары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Июль 2019, 09:07

Башҡортостанда туристик хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса «ҡыҙыу элемтә» эшләй

23 авгусҡа тиклем Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты туристик хеҙмәттәр күрһәтеү һорауҙары буйынса «ҡыҙыу элемтәгә» шылтыратыуҙар ҡабул итә.

Кәрәкле ярҙамды һәм консультацияны Өфөләге (347) 218-09-78 телефоны буйынса алырға мөмкин.

«Путевка һатып алғанда нимәгә иғтибар итергә, килешеү шарттары боҙолғанда компенсация ҡараламы, туристың ҡулланыу хоҡуҡтары боҙолһа нимә эшләргә, турҙың сифаты күҙалланғандан түбән булһа кем яуаплылыҡ тота? Был һорауҙарға Башҡортостандың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәренән яуап ала алаһығыҙ, — тип хәбәр итте ведомствоның матбуғат секретары Нина Никандрова. — Шәхсән мөрәжәғәт итеү һәм дәғүә проектын әҙерләү кәрәклеге килеп тыуғанда республикала йәшәүселәр Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 13 адресы буйынса 703-сө бүлмәгә мөрәжәғәт итә ала».

Белгестәр аңлатыуынса, нәҡ хәҙер – юғары туристик миҙгел, шуға туристик путевкалар һатып алыу һорауҙары айырыуса көнүҙәк.

«Беҙҙең маҡсат – ҡулланыусыларҙың хоҡуҡи белемдәрен арттырыу һәм килешеү төҙөгәндә хоҡуҡтарын боҙоуға юл ҡуймау. Көтөп алынған ял боҙолорға тейеш түгел», — тип өҫтәне Сауҙа буйынса дәүләт комитеты баш белгесе-эксперты Оксана Сафина.
Читайте нас: