Дим буйҙары
+14 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
26 Июля 2019, 10:30
«Йәйләү» этно-фестивалендә ҡатнашыусыларҙы мауыҡтырғыс уйындар көтә
Өфөләге «Аҡбуҙат» ипподромында буласаҡ «Йәйләү» башҡорт ҡымыҙ этно-фестивале сиктәрендә «Һыра миле» ярышына оҡшатып эшләнгән «Ҡымыҙ миле» үтәсәк.
Добавить в предпочтительные источники Google
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, тәү сиратта милде үтеү тиҙлеге баһаланасаҡ. Ҡатнашыусылар йүгереү алдынан бер тигеҙ күләмдә ҡымыҙ эсергә тейеш. «Ҡымыҙ миле»н беренсе үтеүсе бер йәшник ҡымыҙ менән бүләкләнә.
Бынан тыш, теләгән һәр кем ике көс ярышында – «Суҡмар атыу»ҙа һәм мас-рестлингта ҡатнаша ала.
Суҡмар – 20 килограмм ауырлыҡтағы күҫәк, уны мөмкин тиклем алыҫҡа ырғытырға кәрәк.
Мас-рестлинта еңеү өсөн аяҡ менән таҡтаға терәлеп, ярышташтың ҡулынан таяҡты тартып алырға кәрәк.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, «Йәйләү» башҡорт ҡымыҙы этно-фестивале 27-28 июлдә «Аҡбуҙат» ипподромында үтә. Байрамға Башҡортостан райондарынан ҡымыҙ етештереүселәр йыйыла, улар Өфөгә үҙ продукцияһын алып килә. Сарала ҡымыҙ бешеүселәр йыйылышы һәм уҡытыу үтә. Шулай уҡ улар үҙенең ҡымыҙын республикала иң яҡшыһы тип атау хоҡуғына бәйгелә көс һынашасаҡ.
Этно-фестиваль тураһында тулыраҡ – «Йәйләү»ҙең рәсми сайтында.
http://www.bashinform.ru
Читайте нас
вк
Редакция һайлауы
МӘҘӘНИӘТ
30 Сентября , 18:29
Аҙнай мәҙәниәт йортонда башҡорт халҡының туй йолалары ҡабат тергеҙелде
Общие статьи
30 Сентября , 06:06
Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"