Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Июль 2019, 12:58

Һәр бер йорт ишеген ҡағасаҡтар

Эште атҡарыуҙа республикала 10 меңгә яҡын кеше ҡатнашасаҡ.

Рәсәйҙә 2020 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына әҙерлек башланды. Был үтә лә мөһим ижтимағи-сәйәси, иҡтисади-социаль сара тик ҡоро һандарға ғына ҡайтып ҡалмай, ә дәүләт алдында торған оло бурыстарҙы билдәләргә мөмкинлек бирә, халыҡтарҙы берләштергән көс булып тора.

Республикала ошо әһәмиәтле ваҡиғаға әҙерлек барышы хаҡында Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы (“Башҡортостанстат”) етәксеһе урынбаҫары Рөстәм ҒАТАУЛЛИН менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Рөстәм Шакирйән улы, ха­лыҡ иҫәбен алыу ни өсөн кәрәк, был сараның төп маҡсаты һәм бурыстары нимәнән ғибәрәт? Уның тарихи нигеҙҙәре ҡайҙа барып тоташа?

– Кеше төҫ-ҡиәфәтен көҙгөгә ҡарап белә, кәрәк тапһа, етешһеҙ­лек­тәрен төҙәтә, өҫ-башын ипкә кил­терә. Халыҡ иҫәбен алыу ҙа ошоға оҡшаш сара: ил нисек йәшәй, унда ниндәй иҡтисади-демографик үҙгәрештәр бара, халыҡтың тормош кимәле, йәшәү рәүеше нисек булыуын асыҡлау – бына ошондай һәм башҡа күп һорауҙарға яуап алыу өсөн уҙғарыла ла инде.

Халыҡ иҫәбен алыуҙың йомғаҡ­тары демографик хәлде яҡшыр­тыуға, социаль һәм ғаилә сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән дәүләт программалары әҙерләү өсөн сығанаҡ булып тора, халыҡ­тың матди, белем һәм мәҙәни кимәлен асыҡларға ярҙам итә. Граждандарыбыҙ унда ҡатнашып, үҙе хаҡында мәғлүмәт бирә һәм шуның менән киләсәккә социаль программалар төҙөүгә үҙ өлөшөн индерә. Әйтергә кәрәк, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы халыҡ иҫәбен алыуҙы “0” һанына тамам­ланған йылда һәм уға яҡын йыл­дарҙа үткәрергә тәҡдим итә. Был Ер йөҙөндә халыҡтың составын һәм һанын бер ваҡыт арауығында асыҡлау өсөн эшләнә. Рәсәйҙә сара 2020 йылдың октябрь айында үтәсәк.

– Республикала әҙерлек эштә­ре нисек бара? Ваҡыт та күп ҡалмаған кеүек...

– Сара ҡыҫҡа ғына ваҡытты алһа ла, уға әҙерлек федераль ки­мәлдә былтыр уҡ башланды: 2018 йылдың октябрендә Рәсәйҙең ун тө­бәгендә алдан һанап ҡарау маҡса­тында халыҡ иҫәбен алыу (пробная перепись) ойошторолдо. Ул республикала үткәрелмәһә лә, беҙ унда интернет аша ҡатнашып, яңы ысулдың мөмкинлектәрен һынап ҡараныҡ. Быйыл да эш әү­ҙем бара, тәү сиратта иҫәп алыуҙы үткәреү буйынса республика Хөкүмәте ҡарамағындағы комиссия төҙөлдө, әлеге ваҡытта ҡала һәм район хакимиәт­тәренең ошондай уҡ комиссияларын ойоштороу тамамланды. Эш пландары төҙөлөп, тормошҡа ашырыла башланы.

Әле алда һәр ҡалала, районда, ауылда, хатта йортта нисә кеше йәшәгәнен асыҡлау, бер кемде лә төшөрөп ҡалдырмайынса ҙур исемлек төҙөү һәм уның нигеҙендә ойоштороу планын эшләү, иҫәпләү участкаларын билдәләү, күпме иҫәпсе кәрәклеген асыҡлау маҡсаты тора.

Беҙҙең өсөн һәр кем хаҡындағы мәғлүмәт мөһим: ул ҡайҙа йәшәй, эшләй, ғаилә хәле ниндәй һәм башҡалар. Иҫәпсе уларҙы эҙләп ваҡытын сарыф итмәйенсә, билдәле, аныҡ адрес буйынса барып, анкета тултырырға тейеш.

Урамдар исемен, йорттарҙың һанын күрһәткән алтаҡталарҙы барлау һәм яңыртыу былтыр уҡ башланды, ошондай үтенестәр менән ҡала-район хакимиәттәренә мөрәжәғәт иттек. Улар эште башлап ебәрҙе, йыл аҙағына тиклем ул тамамланырға тейеш.

– Буласаҡ кампания башҡа­ла­рынан нимәһе менән айыры­ласаҡ?

– Элекке сараларҙа иҫәпсе һәр йорт, фатир буйлап йөрөнө, килә­һе­һендә лә был төп ысул буласаҡ. Тик, үткәненән айырмалы рә­үештә, стационар иҫәп участкалары ҡала­ларҙа ғына түгел, ә ауыл билә­мәләрендә лә ойоштороласаҡ. Әгәр кемдер йортона йә фатирына ситтәрҙең килеүен хуп күрмәһә, стационар иҫәп участкаһына барып, үҙе хаҡында мәғлүмәт бирергә мөмкин буласаҡ. Икенсенән, 2020 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу сараһы тәүге тапҡыр интернет аша үткәрелә, һәр кем дәүләт хеҙмәт­ләндереүе (Госуслуги) порталы аша анкета һорау­ҙарына үҙаллы яуап бирә ала.

– Халыҡ был ысулды ҡул­лана алырмы, сөнки бөтә ерҙә лә тейешле мөм­кинлектәр юҡ бит?

– Былтыр алдан һынап ҡарау маҡсатында халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәргәндә, респуб­ликалағы 12 600 кешене йәлеп итеп, ошо ысулды ғәмәлгә ашырыу мөмкинлектәрен тикшерҙек. Ил буйынса бер миллиондан ашыу кеше интернет аша үҙаллы халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡат­нашты, уларҙың 40 проценты яңы ысулды “бишле” билдәһенә баһа­ланы. 2020 йылда был алымға ныҡлап иғтибар биреләсәк, халыҡ­ты күберәк йәлеп итергә тырыша­саҡбыҙ. Ошондай сараларҙы үт­кәргәндә планшеттар ҡулланыу даирәһе йылдан-йыл киңәйә бара, был – заман талабы. Әйтәйек, 2015 йылда Бәләкәй халыҡ иҫәбен алыу булды, йәғни ул ғәмәлдә бер участкала ғына ойошторолдо, шунда ла заман техникаһын күпләп ҡуллан­дыҡ. Көндәлек эштә, мәҫәлән, ниндәйҙер өлкәлә халыҡтың фекерен белеү өсөн ойошторолған һорау алыуҙарҙа ошондай техниканы файҙала­набыҙ.

– Иҫәпселәрҙең хәүефһеҙлеге нисек тәьмин ителәсәк?

– Урындағы комиссияларҙың эш пландарында ошо йәһәттән аныҡ саралар ҡара­лырға тейеш ти­гән талап ҡуябыҙ. Урамдарҙы, подъездарҙы яҡтыртыуҙы хәстәр­ләү мөһим, ихаталарҙағы эттәрҙе бәйләгеҙ, иҫәпселәрҙе ҡаршы алығыҙ, тип халыҡҡа мөрәжәғәт итәбеҙ. Хәүефле фатир-йорттарға барғанда полиция хеҙмәткәрҙәре ярҙамына мохтаж­быҙ.

“Кем ул иҫәпсе?” тигән һорауҙы йыш бирәләр. Улар – башлыса ошонда йәшәгән кешеләр, ситтән бер кемде лә килтермәйбеҙ. Күбеһе иҫәп алыуҙа тәүге тапҡыр ғына ҡат­нашмай. Уҡытыусылар, мәҙә­ниәт хеҙмәт­кәрҙәре, пенсионерҙар, студенттар... 18 йә­ше тулған һәр кем был сарала үҙен һынап ҡарай ала. Бының өсөн урындарҙағы вәкилдәргә мөрәжәғәт итергә мөмкин, улар был мәсьәләне хәл итә. Иҫәпсе кеше менән аралаша белергә, планшет ҡулланып эшләй алырға тейеш, иң мөһиме – теләк булһын.

Иҫәпселәр айырыуса ҡалаларҙа күп талап ителә. Алдан фараз­лауҙар буйынса, 2020 йылғы иҫәп алыуҙа республикала 10 меңгә яҡын кеше ҡатнашасаҡ.

– “Башланған эш – бөткән эш” тигән әйтем бар. Ил күләмендәге оло сараға әҙер­лек шулай әүҙем дауам итһен. Ә ха­лыҡ иҫәбен алыуҙа һәр кемдең ҡатна­шыуы мотлаҡ тигән күрһәтмә бармы?

– Аңлауымса, һүҙ яуаплылыҡ тураһында. Рәсәйҙә, ҡайһы бер илдәрҙән айырмалы, административ яуаплылыҡ ҡаралмаған. Тик был халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу мотлаҡ түгел тигәнде аңлатмай, һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тейеш, сара тәү сиратта халыҡтың үҙенә, бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн кәрәк. Анкетаны кешенең үҙенән һорап тултырма­йынса, административ ысулды ғына ҡул­ланып, тулы мәғлүмәт алыу мөмкин түгел.

Һәр кем тормош кимәленә, йәшәү рәүешенә, килеменә, торлаҡ хәленә ҡағылған һорауҙарға тулы­һынса үҙе генә яуап бирә ала. Уҙ­ған халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса, административ сығанаҡ­тарҙан алынған мәғлүмәт кимәле бик ҙур түгел ине, әгәр ошо күрһәткес саманан ашып китһә (йәғни алынған мәғлүмәт көтөлгән талаптарға яуап бирмәһә), дәүләт мәсьәләне етди итеп ҡуйыуы ихтимал. Шулай ҙа беҙ халыҡ әүҙем ҡатнашыр тигән ышаныс менән ҡарайбыҙ. Әлбиттә, ҡалаларҙа, ауыл ерендәгенә ҡара­ғанда, хәл ҡатмарлыраҡ буласаҡ. Шуның өсөн дә кешеләр менән даими арал­шабыҙ, йылына өс-дүрт төрлө тик­шереү, һорау алыу үткәрәбеҙ, ха­лыҡтың кәйефен тоябыҙ, нин­дәй юлдар менән уны ҡуҙғатыу, әүҙем­ләш­тереү мөмкин булыуын да беләбеҙ, был йәһәттән дә тәжрибә бар. Шуға ла республика халҡына: “Яҡшылыҡтан баш тартмағыҙ, үҙ йөҙөбөҙҙөң ниндәй икәнен көҙгөнән бергәләп ҡарайыҡ, ниндәй кимәл­дәбеҙ, ҡайҙа барғанлығыбыҙҙы күмәкләп асыҡлайыҡ”, – тип мөрәжәғәт итке килә.

– Анкетала ниндәй һорауҙар буласаҡ, әле улар раҫланғанмы?

– Анкета һорауҙары әлегә рәсми рәүештә раҫланмаған, киләсәктә тулыраҡ аңлатма булыр. Шуныһы билдәле: һорауҙар элеккеһенән әллә ни айырылмаясаҡ. Был мәғлүмәттең күсәгилешлеге һәм сағыштыр­маса булыуын тәьмин итеү өсөн мөһим.

– Халыҡ араһында төрлө имеш-мимеш һүҙҙәр йөрөй. Йәнәһе, йәшәү сығанағын, килем күлә­мен асып бирһәң, һалым органдарына еткерәсәктәр, тип борсол­ғандар табыла. Был икеләнеүҙәргә урын бармы?

– Халыҡ иҫәбен алыу мәғлү­мәттәре һәр кемгә ҡағылһа ла, улар дөйөмләштерелә. Шәхестең мәғлүмәте артында кем торғанын билдәләп булмай, уның фами­лияһы, исеме аталмай. Был иһә мәғлүмәттәрҙе башҡа маҡсатта файҙаланмау өсөн эшләнелә. Тик ревизия яҙмалары мәғлүмәттәрен шәжәрә­ләр төҙөү өсөн ҡулланалар, сөнки уларҙа шәхес хаҡында белешмә бар. Ә бына 1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙан башлап шәхси мәғлүмәттәр юҡ, тик дөйөм йомғаҡтар ғына теркәлгән.

Килем тураһында һүҙ сыҡҡас, шуны әйтер инем: иҫәпсе бит шәхестән күпме аҡса эш­лә­нең тип түгел, ә ниндәй сығанаҡҡа йәшәй­һең тип һорай: эш хаҡынамы, пенсияғамы, йорт хужалығынамы, стипендияғамы... Йәғни “Йәшәү сығанағығыҙ ниндәй?” тигән һорау бирелә. Шуға ла ҡурҡырға ярамай, ә имеш-мимештәр боронғо ревизия яҙмаларына ҡайтып ҡала.

Уларҙы үткәреүҙең төп маҡсаты һалым түләүселәрҙе асыҡлау булған. Ошо хәл халыҡ хәтерендә һаҡланған һәм бөгөнгә тиклем килеп еткән. Хәҙерге халыҡ иҫәбен алыуҙың маҡсаты – илдең дөйөм хәлен, халыҡтың составын, йәшәү урынын һәм башҡаларҙы асыҡлау.

– Халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлектән тыш, көндәлек эштәр, һөнәри бурыстар ҙа бар бит әле. Мәғлүм булыуынса, һеҙҙең коллектив оло хеҙмәт башҡарған, республика тарихында бығаса булмаған статистика баҫмаһын әҙерләп сығарған. Ошо хаҡта ла бер-ике һүҙ әйтһәгеҙ ине.

– Башланған эш – бөткән эш, тиһәк тә, был статистика хеҙмәт­кәрҙәренә ҡағыл­май­ҙыр, сөнки уларҙың эше бер ваҡытта ла бөтмәй. Мәҫәлән, быйыл дүрт томдан торған “Башҡортостандың ауыл-ҡалалары” тип аталған йы­йынтыҡ сығарҙыҡ. 1939 йылдан башлап үткәрелгән ете халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре тупланды был баҫмаға. Бик фәһемле, тарих менән ҡыҙыҡһынған барлыҡ кешеләр өсөн кәрәкле йыйынтыҡ ул.
Читайте нас: