Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Июль 2019, 15:35

Кем ауыл старостаһы була ала?

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡабул иткән “Ауыл старосталары тураһында“ғы закон үҙ көсөнә инде. Яңы ҡанун ауыл әүҙемселәренең эшмәкәрлеген, вәкәләттәрен, тәғәйенләү тәртибен һәм халыҡ, урындағы үҙидара органдары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү юлдарын билдәләй.

Дәүләт вазифаһын, дәүләт граждандар хеҙмәте вазифаһын, муниципаль вазифа йәки муниципаль хеҙмәт вазифаһын биләгән кеше староста була алмай. Уның вәкәләт ваҡыты ике йылдан кәм һәм биш йылдан күп булмаҫҡа тейеш.

– Ауыл старосталары институты тамырҙары менән быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Беҙ уларға урындағы идара итеү органдары ярҙамсылары тип ҡарайбыҙ. Ауыл кешеләре араһында әүҙем, урындағы йәмәғәтселек тормошо өсөн иңенә яуаплылыҡ алырға әҙер торған кешеләр бар. Был йәһәттән элек вәкәләттәр аныҡ билдәләнмәгән ине. Ауыл старостаһы статусы был проблеманы хәл итә, – тип белдерҙе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һәм ауыл старосталары институтының халыҡҡа бик яҡын булыуын билдәләне.

Киләсәктә старосталарҙы уҡытыу, иң яҡшыһын билдәләү һәм дәртләндереү йәһәтенән район һәм төбәк кимәлдәрендәге конкурстар үткәреү планлаштырыла.
Старосталар граждандар сходы тәҡдиме менән тәғәйенләнә. Документта шулай уҡ ауыл старостаһы булырға теләгән кешеләргә талаптар, старосталарҙың вәкәләттәре яҙылған.

Читайте нас: