Дим буйҙары
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Июль 2019, 17:54

129 млн һум ЮХХДИ штрафтары түләтелгән

Юл хәрәкәтендә ҡатнашыу-сыларҙың барыһының да һаулығы һәм именлеге юл йөрөү ҡағиҙәләрен үтәүгә бәйле.

Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн бурыстарын түләтеүгә айырыу-са иғтибар бүлә. Әлеге категория буйынса 2019 йылдың 6 айында 186 меңдән ашыу үтәтеү эшен япты. 129 млн һумдан ашыу түләтелгән, шул иҫәптән ярты йыл эсендә РФ КоАП-ының 12.8-се статьяһына ярашлы ҡуҙғатылған 3 меңдән ашыу үтәтеү эше буйынса 106 млн 230 мең һум түләнгән. Әйтеп үтергә кәрәк, был статья санкциялары 30 мең һум күләмендәге административ штраф- тарҙы ғына түгел, водитель таныҡлығынан мәхрүм итеүҙе лә күҙ уңында тота.

Белешмә: 2019 йылдың 6 айында 116948 үтәтеү эше баш-ҡарыу документтары талаптарын үҙ иркең менән үтәү өсөн билдәләнгән ваҡыт эсендә бурысты түләү менән бәйле ябылған. Бурыслылар тарафынан үҙ аллы түләнгән админис-тратив штрафтарҙың дөйөм суммаһы 80 млн һумдан ашыу тәшкил итте.

Әйтергә кәрәк, хатта әгәр штраф үҙ иркең менән үтәү өсөн бирелгән ваҡыт үтеүгә түләнмәһә, был ҡылыҡ РФ КоАП-ының 20.25-се статьяһы менән ҡаралған административ хоҡуҡ боҙоу буласаҡ. Һөҙөмтәлә ғәйепле кеше мәжбүри эштәр, йәиһә 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыныу йә булмаһа штраф күләме икеләтә арттырылыу рәүешендә язаланыуға дусар ителә.

Күрһәтелгән осорҙа Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре ЮХХДИ инспекторҙарының 572 протоколы буйынса РФ КоАП-ының 20.25-се статьяһы буйынса судтар тарафынан һалынған 742 мең һум штрафты түләтте.
Читайте нас в