Дим буйҙары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Июль 2019, 13:47

Демографик күрһәткестәр түбәнәйә

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында республикала 2019 йылдың тәүге ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса төп демографик күрһәткестәр билдәләнде.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, быйыл алты айҙа төбәктә тыуымдың кәмеүе билдәләнә, халыҡтың тәбиғи кәмеүе 4808 кеше тәшкил иткән. Башҡортостанда йыл башынан 19 622 бала донъяға килгән, ул уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 3540 сабыйға аҙыраҡ.
Билдәләгән осорҙа 24 430 кеше үлгән. Былтыр был һан 1548 кешегә күберәк булған. Дөйөм үлем структураһында, элеккесә, алдынғы урынды ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары биләй. Яман шештән үлем осраҡтарының аҙайыуы билдәләнә. Республикала үлем күрһәткесен кәметеү өсөн төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәрен һәм беренсел ҡан тамырҙары бүлектәрен ҡайтанан медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу алып барыла, башланғыс стадияла онкологик ауырыуҙарҙы асыҡлау буйынса саралар уҙғарыла – ул смотр кабинеттары, флюорография, төрлө профҡарауҙар, иртә стадияла бер яман шеш осрағын асыҡлаған өсөн 5000 һум күләмендә дәртләндереү түләүҙәре.
Читайте нас: