Дим буйҙары
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Июль 2019, 17:52

Эйәһеҙ хайуандарҙы аҫрауҙың яңы тәртиптәре

Берәҙәк хайуандарҙы тотоу урындағы һәм хатта төбәк проблемаһы ғына ла түгел. Ул беҙҙең тотош илде борсой. Шуға күрә уны хәл итеүгә федераль кимәлдә тотондолар.

2018 йылдың 27 декабрендәге “Хайуандар менән яуап-лы мөғәмәлә итеү тураһында һәм Рәсәй Федерацияһының закондар сығарыу акттарына айырым үҙгәрештәр индереү тураһында” 498-ФЗ һанлы Федераль законға ярашлы, 2020 йылдың 1 ғинуарынан эйәһеҙ йәнлектәрҙе тотоу һәм аҫрау мәсьәләләрен көйләүсе закон нормалары көсөнә инә.

Был федераль закон йорт һәм ҡырағай хайуандар менән мөғәмәлә итеү өлкәһендә дәүләт власының федераль һәм төбәк органдары вәкәләттәрен, хайуандарҙы аҫрауға һәм файҙаланыуға, эйәһеҙ хай- уандар менән мөғәмәлә итеү буйынса эшмәкәрлекте бо- йомға ашырыу буйынса талаптарҙы билдәләй.

Райондың һәр бер кешеһенә яңы закондың нескәлектәренә төшөнәһе бар, сөнки ул тәрбиәһендә эт менән бесәй генә түгел, ә һәр төрлө йәнлек-тәр булған һәр кемгә ҡағыла.

Төп үҙгәрештәр тотоу һәм аҫрау формаларына ҡағылған. Элек ҡарауһыҙ йөрөгән хай-уандар тотоп алына һәм үлтерелә ине. Яңы нормалар буйынса улар тотоп алып приютҡа тапшырылырға тейеш, ә унда 10 көн эсендә уларҙы тикшерәләр, карантинда тоталар, сирҙәргә ҡаршы вакциналар яһайҙар, иҫәпкә ҡуялар, сиселмәй һәм юйылмай торған тамғалар һалына һәм шунан һуң инде уларҙы элек йөрөгән ерҙәренә ебәрәләр йәиһә яңы хужаларға тапшыралар.

Агрессияһы йәки ҡотороуы асыҡланғанда, йәнлекте үҙ үлеме менән үлгәнсе приюттарҙа тоторға кәрәк.

Закондың 7-се статьяһына ярашлы, дәүләт власы органдары хайуандар өсөн приюттар булдырырға һәм үҙ территорияларында уларҙың эшләүен тәьмин итергә һәм урындағы үҙидара органдарына хай-уандар менән мөғәмәлә итеү өлкәһендә вәкәләттәр бирергә хоҡуҡлы.

Хайуандар өсөн приюттар бының өсөн махсус тәғәйенләнгән урындарҙа – биналар-ҙа, ҡоролмаларҙа, ҡаралты- ларҙа урынлашырға мөмкин. Улар дәүләт һәм муниципаль ҡарамаҡта булған кеүек үк, шәхси ҙә була ала. Ундай приют төҙөргә теләгән йәки ҡыҙыҡһынған кешеләр район хакимиәтенең 39-сы кабинетына мөрәжәғәт итә ала.
Читайте нас в