Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Август 2019, 08:03

29 район башлығы алышынған

Радий Хәбиров эшләй башлағаны бирле республикала 29 район башлығы алмашынған.

Билдәле булыуынса, был муниципалитеттар күп күрһәткестәр буйынса артҡа ҡалған. Шулай булмай ни, "Балыҡ башынан серей" тигән мәҡәл дөрөҫлөктөң үҙе бит. Яңыраҡ республика етәксеһе Дәүләкән ҡалаһына барған һәм бик насар кәйефтә ҡайтҡан. "Ҡала халҡы үҙенең башлығын беренсегә күрә, мин бармаһам, хакимиәт етәксеһе үҙе менән таныштырмаған да булыр ине", – тип хәбәр иткән Радий Фәрит улы.

Радий Хәбиров власҡа килгәс тә район, ҡала башлыҡтары менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә теләүен белдерҙе, райондарҙа түрәләрҙең башбаштаҡлығына юл ҡуймаясағын әйтте, шунда уҡ Бөрө һәм Благовещен райондары етәкселәре үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдырғайны. Унан һуң, Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Федоровка, Шишмә, Мәсетле, Дәүләкән, Салауат һәм Стәрлебаш райондары, шулай уҡ Межгорье ҡалаһы. Артабан алмашыныуҙар көтөлә тип хәбәр ителә Медиакорсеть сайтында. Был юлы үрҙәге һанды Баймаҡ түрәләре үҙгәртерме...
Читайте нас: