Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Август 2019, 13:40

Ярты быуат бергә

Айыт ауылынан Герберт Сәлих улы һәм Мәғсүмә Мулләхмәт ҡыҙы Шәйәкберовтар алтын туйҙарын билдәләй

Әлеге ябай ауыл хеҙмәтсәндәре – машина йөрөтөүсе һәм һыйыр һауыусы күп йылдар тырышып эшләгән, балалар үҫтергән һәм тәрбиәләгән. Тормоштағы төрлө ҡаршылыҡтарҙы бергәләп еңеп, яҙмыш бүләктәренә ысын күңелдән шатланған.

- Мин үҙем Туҡай ауылынан, - тип һөйләй Герберт Сәлих улы. – Бер ваҡыт яҡын дуҫымдан “Иж-Юпитер” мотоциклын һорап торҙом һәм Ҡаныҡай ауылына киттем. Юлда ике ҡыҙ осраны. Ни өсөндөр минең күңелгә, мотлаҡ шуларҙың береһенә өйләнәсәкмен, тигән уй килде. Тап шулай булып сыҡты ла – 1969 йылдың авгусында беҙ өйләнештек.

Ғаилә башлығы руль артында нисәмә саҡрымдар үткәндер. Үҙе генә белә, ә дөйөм стажы 44 йыл. Ҡатыны Мәғсүмә апай иһә 35 йыл колхозда һыйыр һауған. Фиҙаҡәр хеҙмәте бихисап Рәхмәт хаттары менән грамоталар менән баһаланған. Икеһе лә хеҙмәт ветераны.

Йылдар арты йылдар үткән, күҙ асып йомғансы тигәндәй, инде илле йыллыҡ ғүмер артта ҡалған. Ошо ваҡыт эсендә улар балаларына аяҡҡа баҫырға ярҙам иткәндәр: улдары Айвар Себерҙә, ҡыҙҙары Рита - Мәскәүҙә, кеселәре Рәзинә Орел өлкәһендә йәшәй. Олатай менән өләсәйҙе ейән-ейәнсәиҙәре дүрт малай һәм бер ҡыҙ һөйөндөрә.

- Был ҙур йортта хәҙер беҙ икәү генә йәшәйбеҙ, - тип әңгәмәне дауам итә Герберт Сәлих улы. - Ә балалар, ейәндәр ҡайтҡас, йорт йәнләнә, шатлыҡ менән тула. Бар ерҙә шау-шыу, шат тауыштар яңғырай. Үҙебеҙ ғүмер буйы мал-тыуар тоттоҡ. Ундай мәшәҡәттән быйыл ғына арындыҡ, сөнки тормош иптәшемә һыйыр һауыу ауырлашты. Хәҙер иһә умарта ҡарайбыҙ һәм ҡош-ҡорт үрсетәбеҙ.

Бер һаҡмаҡтан атлап, илле йыл иңгә-иң ҡуйып йәшәгән ғаилә пары ысын хөрмәткә лайыҡ. Уларға киләсәктә лә уңыштар һәм именлек юлдаш булһын.

Илшат Хәйретдинов.

автор фотоһы.
Читайте нас: