Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Август 2019, 08:47

“Фән” милли проектынына ярашлы ғилми-белем биреү үҙәге асыласаҡ

Республикала Башҡортостан Фәндәр академияһы һәм бер нисә юғары уҡыу йорто базаһында донъяуи кимәлдәге ғилми-белем биреү үҙәге асыу планлаштырыла. Был эш “Фән” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Үҙәктәге хеҙмәт углеводородтарҙы табыу һәм эшкәртеүҙең һөҙөмтәһен күтәреүгә йүнәлтеләсәк.

“Рәсәйҙең 20 ҡалаһы менән бер рәттән, Өфө иҡтисади үҫештең перспективалы урыны тип аталды. Ошо нигеҙҙә унда донъяуи кимәлдәге ғилми-белем биреү үҙәге булдырырға ҡарар ителде”, – тип хәбәр иттеләр республиканың Үҫеш корпорацияһы матбуғат хеҙмәтенән.

Бындай учреждение киләһе йыл булдырылыр тип күҙаллана. Ул республиканың нефть техник, авиация техник университеттарын, классик юғары уҡыу йорттарын Рәсәй Фәндәр академияһының Башҡортостандағы филиалы менән берләштерәсәк.

“Фән” милли проектының бурыстарына ярашлы, 2024 йылға Рәсәй ғилми-технологик үҫеш йәһәтенән донъяла алдынғы илдәр иҫәбенә инергә тейеш.

#национальныепроекты;

#нацпроекты;

#региональныепроекты;

#регпроекты;

#нацпроектыБашкортостан

#ВладимирПутин
Читайте нас: