Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Август 2019, 14:37

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ҡасан булыр?

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының генерал-майоры, дипломат, разведчик Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә конкурс иғлан ителде.

Һәйкәлдең урыны хаҡында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында уҡ әйтеп киткәйне – ул баш ҡаланың Совет майҙанында урын аласаҡ. Машиналарға ер аҫты туҡталҡаһы эшләнәсәк.

Конкурс буйынса фекерҙәр, тәҡдимдәр, төрлө һыҙмалар 2019 йылдың 26 авгусына 12.00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә. Рәхим итеп ҡатнашығыҙ, хөрмәтле рәссамдар, һынлы сәнғәт оҫталары! Халҡыбыҙҙың милли батыры Миңлеғәле Шайморатовтың образын лайыҡлы һынландырайыҡ.
Читайте нас: