Дим буйҙары
+19 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
2 Августа 2019, 03:58

Владимир Путин белемле студенттарға гранттар һанын арттырыу яғында

Әлеге яңылыҡ үҙ һәләттәрен күрһәткән магистратура студенттарына ҡағыла.

Ил башлығы Рәсәй Хөкүмәтенә 2020-21 уҡыу йылында Президент гранттарының һанын 5 меңдән 6,5 меңгә ҡәҙәр арттырыусы проект эшләргә ҡушты.

Бюджет нигеҙендә магистратура программалары буйынса көндөҙгө уҡыу формаһына кергән уҡыусыларга өҫтәмә 1500 грант биреләсәк.

Проектты тәҡдим итеү ваҡыты - ағымдағы йылдың 31 октябренә ҡәҙәр.

#ВладимирПутин
Читайте нас