Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Август 2019, 17:57

700 миллион һумлыҡ бурысҡа батҡан

Өфөнән “Арзан” магазиндар селтәре хужаһы Марат Ибәтуллин һалым хеҙмәткәрҙәренә күрәләтә ялған мәғлүмәттәр биргән.

Был хәлде иҡтисад хәүефһеҙлеге хеҙмәте белгестәре асыҡлаған. Хәҙер эшҡыуарға һалым органдарына 709,5 миллион һумлыҡ бурысын түләргә тура киләсәк.

Иң ғәжәбе шул: Ибәтуллинға бәйле был “тарих” беренсе генә түгел икән. Былтыр һалым хеҙмәткәрҙәре ярты йыл буйы тикшергәндән һуң, эшҡыуарҙы ҙур бурыс – бер миллиард һум – барлығы хаҡында иҫкәрткән. Уны 2013 – 2015 йылдарҙа тауарҙарҙы фиктив һатып алыу һөҙөмтәһендә ҙур ғына сумманан һалым ҡайтармаһын законға яраҡһыҙ рәүештә алыуҙа ғәйепләгәндәр. Ә эшҡыуар үҙ сиратында 2018 йылдың аҙағында республиканың Арбитраж судында һалым хеҙмәткәрҙәренә ҡаршы “көрәш”тә еңеп сыҡҡан. Был хәл, әлбиттә, һалым органдарына оҡшамаған. Улар апелляцияға биргән һәм үҙ сиратында Силәбе Арбитраж судында еңгән. Һөҙөмтәлә был эш Юғары судҡа тиклем барып етер, моғайын.

Ә эш нимәлә һуң? М. Ибәтуллин, шәхси эшҡыуар Сергей Грузинцев менән 2,5 миллиард һумлыҡ тауар килтереүгә килешеү төҙөнөк, тип иҫбатлай икән. Икенсеһе был хәлде инҡар итә. Өҫтәүенә ул күмәртәләп түгел, берәмләп сауҙа итеүе хаҡында белдергән. Шуға ундай ҙур суммала килешеүгә ҡул ҡуйыуы, ысынлап та, шик тыуҙыра.
Читайте нас: