Милли проект: Нөгөш һыуһаҡлағысында умартасылар фестивале
10 августа Нөгөш һыуһаҡлағысы буйындағы "Спартаковсы" балалар һауыҡтырыу лагеры янында "Ҡурсаулыҡ балы" фестивале уҙасаҡ. Унда республиканың төрлө тарафтарынан умартасылар йыйыласаҡ. Сарала иң тәмле балды билдәләү буйынса конкурс ойоштороласаҡ.