Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Август 2019, 17:44

Суррогат әсә хеҙмәте ни хаҡ?

Түлһеҙ парҙарға үҙ хеҙмәтен тәҡдим итеүсе ҡатындарҙан иғландар менән Интернет тулған. Хаҡтар 500 мең һумдан 10 миллионға тиклем ҡуйыла.

Рәсәйҙә әлеге хеҙмәткә 2011 йылдың 23 ноябренән рөхсәт бирелгәйне. Суррогат әсәләргә ярҙамға килеүсе клиникалар илдең һәр төбәгендә лә бар тиергә була.

Өфөлә ЭКО хеҙмәте Республика перинаталь үҙәгендә, шулай уҡ "Мать и дитя", "Семья", "Здоровье женщины" клиникаларында күрһәтелә.

Ҡағиҙә булараҡ, 20-35 йәштәрҙәге, быға ҡәҙәр бер һау-сәләмәт бала тыуҙырған ҡатындар суррогат әсә була ала. Улар барлыҡ яҡлап та сәләмәт булырға тейеш, әлбиттә.

10 миллион һумға ҡәҙәр хаҡҡа ай һайын түләүҙәр һәм башҡа сығымдар керә. Заказ биреүселәр уның тышкы ҡиәфәте, милләте, йәшенә ҡарап та һайлап алырға мөмкин. Бының өсөн клиникаға йәиһә махсус агентлыҡҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Читайте нас: