Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Август 2019, 18:01

Тиҙҙән беҙгә туристар ағыласаҡ

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктә туризмды үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Унда Башҡортостанда туризмды үҫтереү концепцияһы тикшерелде. Ул, атап әйткәндә, үҙенсәлекле туристик объекттар асыуҙы, ҙур саралар ойоштороуҙы, эшлекле туризм буйынса системалы эште яйға һалыуҙы, заманса инфраструктура һәм ҡунаҡтар өсөн уңайлы мөхит, комплекслы маршруттар булдырыуҙы, туризм тауарҙарын тышҡы баҙарға сығарыуҙы күҙ уңында тота.

– Республикалағы туризм – иҡтисадыбыҙҙың бик етди тармағы. Был өлкә менән даими шөғөлләнәсәкмен, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ үҙенсәлекле туристик ҡеүәткә эйәбеҙ, шул уҡ ваҡытта инфраструктура ла, мәғлүмәтләштереү ҙә, башҡа күрһәткестәр ҙә уға тап килмәй. Үҫеш мөмкинлектәре етерлек, әммә бының өсөн ваҡыт талап ителә һәм булғандың йөкмәткеһен байытырға кәрәк. Беҙҙәге кеүек юғары ҡеүәтте файҙаланмау гонаһ ул.
Читайте нас: