Дим буйҙары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Август 2019, 20:38

Хәрби ҡәберлектәр төҙөкләндереләсәк

Рәсәй Хөкүмәте Бөйөк Ватан һуғышында һәлак булғандарҙың ҡәберлектәрен төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән яңы федераль маҡсатлы программа әҙерләй. Киләһе алты йылда Рәсәйҙә 9,5 меңдән артыҡ хәрби ҡәберлекте реставрациялау планлаштырыла. Был хаҡта бөгөн Рәсәй Федерацияһы Премьер-министры Дмитрий Медведев ил Хөкүмәте ултырышында хәбәр итте.

«Алдағгы алты йылда 9,5 меңдән артыҡ хәрби ҡәберлекте тергеҙергә, 6 меңдән ашыу иҫтәлекле билдә ҡуйырға кәрәк буласаҡ. Был эш бөтә ил буйынса барырга тейеш», - тине Медведев. Уның һүҙҙәренсә, төҙөкләндереү талап итә торған хәрби ҡәберлектәр Рәсәйҙең барлыҡ территорияһында тиерлек урынлашҡан. Уларҙы реставрациялаү эше башҡарма хакимиәттең һәм төбәктәрҙең, ижтимағи ойошмаларҙың, эҙләнеүотрядтары берләшмәләренең тырышлығын берләштереүҙе талап итә.

«Был маҡсаттарға ҡаралған аҡса - 4 млрд һум, был - федераль аҡсалар. Һәм, әлбиттә, төбәктәр ҙә үҙ өлөштәрен керетергә тейеш буласаҡ. Финанслауҙың дөйөм күләме 5,35 млрд һум тәшкил итәсәк. ЙЫл һайын программа сиктәрендә төбәктәр тарафынан субсидиялар үҙләштереләсәк», -тине Медведев. Субсидиялар күләме 300 млн һумдан 900 млн һумға ҡәҙәр үҙгәреп торасаҡ Уларҙы бүлеп биреүгә ғаризалар конкурс нигеҙендә һайлап алынасаҡ.
Читайте нас: