Закон, шулай уҡ, Рәсәй төбәктәре тарафынан кадастр эштәре өсөн максималь дәрәжәлә сик баһаларын билдәләү мөмкинлеге тураһында сикләнмәгән норма индерә. Бынан тыш, коммерциялы булмаған баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек ширкәттәре ағзаларына дөйөм милектә булған ер участоктарын, шул иҫәптән дөйөм файҙаланыуҙағы ерҙәрҙе, милеккә бушлай биреү ваҡыты оҙайтыла.