Дим буйҙары
+14 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
15 Августа 2019, 03:00
Башҡортостандың мәктәпкәсә учреждениеларында ҡытлыҡ
Республика ҡаҙнаһының үҫеше әлегә һиҙелмәй. Тәүге ярты йыллыҡта Башҡортостанда инвестициялар күләме 13,6 процентҡа артып, 106 миллиард һум тәшкил итә. Был хаҡта оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров хәбәр итте.
Ултырышта мәғариф өлкәһенә бәйле мәсьәләләр ҙә күтәрелде. Планға ярашлы, 2019 йылда республикала 19 балалар баҡсаһы сафҡа индерелергә тейеш була, федераль кимәлдә өҫтәмә финанстар килеүе – йыл аҙағына тиклем төҙөлөш барған тағы ике объектты файҙаланыуға тапшырыу мөмкинлеген бирәсәк. Шул уҡ ваҡытта республиканың мәктәпкәсә учреждениеларында кадрҙарға ҡытлыҡ күҙәтелә. 250 тәрбиәсе талап ителә.
Ихтыяжды ҡаплау маҡсатында ведомство урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып бара. Бынан тыш, төбәктә сентябргә 9 яңы белем усағы асыла. Әлегә республикала «Мәғариф» милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса һөҙөмтәле эш бара. Спорт ҡоролмалары реконструкциялана, «Йылы бәҙрәф»тәр булдырыла. Сентябрҙә 133 ауыл мәктәбендә «Үҫеш нөктәләре» барлыҡҡа киләсәк. Уға ярашлы, тәғәйен йүнәлештәр буйынса кабинеттарҙы заманса ҡорамалдар менән тәьмин итеү ҡаралған.
#национальныепроекты; #нацпроектыБашкортостан; #регпроекты; #региональныепроекты.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"