Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – республиканың ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов менән “Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Раил Фәхрисламов Әбйәлил районында роботлаштырылған һөт-тауар фермаһы булдырыу тураһында инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйҙылар. 800 баш һауын малға иҫәпләнгән был предприятиеның проекты шунан алдараҡ ҡына “Инвестсәғәт”тәрҙең береһендә ҡаралғайны. Уны тормошҡа ашырыу йыл һайын евростандарт талаптарына яуап биргән 9 мең тонна юғары сифатлы һөт етештереү мөмкинлеген бирәсәк. Инвестиция күләме - 460 миллион һум.
Әлеге мәлдә роботтарҙы килтергәндәр, уларҙы ҡороу эше бара.
Раил Фәхрисламов, “Красная Башкирия” кооперативы рәйесе:
– Был эште башлар алдынан беҙ Көнбайыш Европалағы ошондай фермаларҙың тәжрибәһен өйрәндек. Артабан беҙҙең республика өсөн иң ҡулайлы вариант һайлап алынды. Бөгөн каркаслы ике һыйыр фермаһы төҙөлөшө бара. Улар һыйыр һауыу автоматтары, шулай уҡ мал аҙығы ташыусы һәм йыйыштырыусы ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. Заманса техника менән эшләү өсөн юғары квалификациялы белгестәр саҡырасаҡбыҙ. Голландияла етештерелгән һыйыр һауыу автоматтарын йыйыу шулай уҡ үҙебеҙҙең республикала башҡарыласаҡ.
"Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенән.