Дим буйҙары
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Август 2019, 08:00

Республикала - мобиль технопарк

Республикабыҙҙа “Мәғариф” милли проектына ярашлы 2020 – 2022 йылдарҙа 3 “Башҡортостан кванториумы” мобиль технопаркын булдырыу планлаштырыла.

Мобиль технопарк “Технология” фәне, тәбиғи-ғилми һәм техник йүнәлешле өҫтәлмә дөйөм үҫтереү программалары буйынса уҡытыуҙы бойомға ашыра. Унда педагогтар, инженерҙар һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр эшләй, балалар проекттарын тормошҡа ашырыуҙа дистанцион ярҙам итеү мөмкинлеге бар.

Техник профилле өҫтәлмә белем биреү учреждениелары булмаған ауылдарҙа йәшәгән балалар республика ҡаҙнаһы иҫәбенә өҫтәлмә белем алыуға мөмкинлек аласаҡ. Йылына 1 меңдән ашыу уҡыусы технология дәрестәрендә һәм техник ижад буйынса уҡыуҙарҙа инновацион юғары технологиялы ҡоролмаларҙа белем аласаҡ. Өс меңдән ашыу бала “Башҡортостан кванториумы” мобиль технопаркы ҡатнашлығында үткәрелгән сараларға йәлеп ителәсәк. Мобиль технопарк ярҙамында шулай уҡ республиканың алыҫ райондарында йәшәгән балалар менән күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, тематик байрамдар һәм башҡа саралар уҙғарыласаҡ.

Мобиль технопарк - ул юғары технологиялы ҡоролмалар менән йыһазландырылған пассажир микроавтобусы һәм тағылма арбанан торған күсмә комплекс.

#национальныепроекты;

#нацпроекты;

#региональныепроекты;

#регпроекты;

#нацпроектыБашкортостан15.0
Читайте нас в