Республикала ул 2011 йылдан үткәрелә һәм унда ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта. Былтыр, әйтәйек, сарала 54 мең кеше ҡатнашҡан. Улар 11 тонна һөт эскән.
Быйыл ҡунаҡтарға 12 тонна һөт әҙерләнәсәк. “Российское молоко” компаниялары төркөмөнөң “Первый вкус” сауҙа маркаһы шул ҡәҙәр продукция әҙерләгән. “Һөт иле”ндә өфөләргә төрлө ҡыҙыҡлы саралар, бәйгеләр тәҡдим ителәсәк. Фестивалгә “Һөткә юл бирегеҙ!” VIII автойөрөштә ҡатнашыусылар килеүе бер яңылыҡ булыр тип көтөлә. Әлеге сара 19 августа старт ала һәм, Киров өлкәһе, Удмуртия һәм Башҡортостан аша үтеп, Салауат Юлаев исемендәге майҙанда туҡтала.
Байрамды сәнғәт оҫталары концерты биҙәйәсәк.
Ә 23-26 августа республикала XXVII Бөтә рәсәй машина менән һыйыр һауыу оҫталары конкурсы үтә. Унда Рәсәйҙең бик күп төбәктәренән белгестәр ҡатнашасаҡ.