Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Август 2019, 14:05

Өфөлә ҡайҙа шарлауыҡ булыр?

Оҙаҡламай баш ҡала халҡына ял итеү өсөн йәнә бер матур урын барлыҡҡа киләсәк. Ҡайҙа һәм ул нимә булыр?

Кисә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “МЕГА” сауҙа үҙәге янында үткән “МЕГА Пикник” тип аталған ҡала фестивалендә ҡатнашты. Бында уны яңы проект менән таныштырҙылар.

Сауҙа үҙәге янындағы 2,3 га майҙанда яһалма һыу ятҡылығы һәм шарлауығы, балалар зонаһы, скейт-парк, кафе, шулай уҡ башҡа объекттары булған парк барлыҡҡа киләсәк. Сауҙа үҙәгенең идарасыһы Михаил Зверев белдереүенсә, был Өфөлә Ҡашҡаҙандан һуң өр-яңынан булдырылған беренсе парк буласаҡ. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, уны компания тулыһынса үҙ аҡсаһына эшләйәсәк. Инвестициялар күләме 318 миллион һум тәшкил итәсәк.

Ошондай парктар Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Ростов ҡалаларында ла бар. Уны 2020 йылдың көҙөндә сафҡа индерергә ниәтләнәләр.

Инвестор өҫтәмә рәүештә “Цветы Башкирии” торлаҡ комлексына урау юл һалмаҡсы. Радий Фәрит улы был башланғыстарҙы хупланы, республика һәм ҡала шулай уҡ кәрәкле ярҙам күрһәтергә әҙерлеген белдерҙе.
Читайте нас: