Дим буйҙары
0 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
18 Августа 2019, 08:38

Тәмәке тартыусыларға ҡаршы көрәш .

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эш урынында хеҙмәткәрҙәрҙең тәмәке тартыуына ҡаршы штрафтар һәм дәртләндереү саралары ярҙамында көрәшмәксе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Был идея “Хеҙмәтсәндәрҙең сәләмәтлеген нығытыу” программаһында яҙылған. Ведомство оҙайлы һәм йыш тәмәке тартыусыларҙың эш хаҡын кәметергә тәҡдим итә. Унан тыш, предприятиелар биләмәһендә тартыуҙы тыйыу, ә күмәкләп тартыу урынында төтөн детекторҙары ҡуйыу планлаштырыла.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ойошма биләмәләрендә физик культура менән шөғөлләнеү урындары булдырырға, ә дөйөм ҡулланыу бүлмәләрендә емеш-еләк менән һыйларға ла тәҡдим яһай. Был, программа авторҙары фекеренсә, тәмәке тартыусыларҙы кәметәсәк.

Билдәле булыуынса, Рәсәй Дәүләт Думаһында тәмәке тартыусыларҙың һанын кәметеүҙең төрлө юлдарын эҙләйҙәр.

"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас