Был бурысты тормошҡа ашырыу өсөн "Башавтотранс" предприятиеһының автопаркы 136 автобус менән тулыландырылғайны. Ай аҙағына тиклем тағы ла 282 машина килеүе көтөлә. Ошо рәүешле "Башавтотранс" әүәлге маршруттарҙы тергеҙеп кенә ҡалманы, ҡайһы бер яңы йүнәлештәрҙе лә үҙләштерҙе.
Радий Фәрит улы "Алға" берҙәм транспорт картаһының ғәмәлгә индерелеүе менән ҡыҙыҡһынды.
– 1 сентябрҙән Өфөлә күсеп ултырыу тарифы ҡулланыла башлаясаҡ. Уның буйынса пассажир "Башавтотранс" автобусында 20 һумлыҡ юл хаҡын түләп, бер сәғәт эсендә икенсе автобусҡа күсеп ултырған осраҡта, бушлай йөрөү хоҡуғынан файҙаланасаҡ, – тип белдерҙе Тимур Мөхәмәтйәнов. – Шул уҡ ваҡытта махсус тарифты әүҙемләштереү йәки өҫтәмә билет алыу талап ителмәй.
Киләсәктә бындай тарифты Өфө электр транспортында, шул иҫәптән электричкала ла ғәмәлгә индереү күҙаллана. Әйткәндәй, юл хаҡын түләүҙең яңы системаһы менән шәхси ташыусылар ҙа ҡыҙыҡһына. Радий Хәбиров этаплы план төҙөргә һәм уны киләһе кәңәшмәлә тәҡдим итергә ҡушты.
– "Картаны кемдәр һәм ҡасан файҙалана башлаясаҡ?" тигән һорауға аныҡ яуап алырға теләйем. Беҙҙә троллейбустар, трамвайҙар, ҡала электричкаһы бар, шәхси компаниялар ҙа байтаҡ. Картаға "тоташыуҙың" һуңғы көнө – 31 декабрь, – тине ул.
"Транспорт сәғәте"ндә шулай уҡ "Ҡала электричкаһы", биләмәләрҙәге вокзал комплекстары нигеҙендә транспорт-күсеп ултырыу урындары асыу проекттары тикшерелде.