Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Август 2019, 09:04

Республикала һыбай килеш һәм ғәҙәти уҡтан атыу фестивале ойошторола

23-25 августа Башҡортостанда IV«Мәргән уҡсы» уҡтан атыу фестивале ойошторола. Уҙғарыу урыны – Ғафури районының Имәндәш ауылы эргәһендәге Уҡлыҡая яланы.

Сара барышында Ғафури районы хакимиәте башлығы призына һыбай килеш уҡтан атыу турниры ойошторола. «Мәргән уҡсы» ғәҙәти уҡтан атыу ярышында республиканың иң мәргән 12 уҡсыһын асыҡлайҙар. Улар йыл дауамында ғәҙәти уҡтан атыу буйынса төбәк һәм халыҡ-ара турнирҙарҙа республика исеменән сығыш яһарға тейеш. «Евразия кубогы» 25 авгусҡа билдәләнгән.

«Быйыл 107 уҡсы ҡатнашырға теләк белдергән, улар араһында Төркиә, Литва, Ҡаҙағстан, Белоруссия һәм Рәсәй төбәктәре — Омск, Төмән, Екатеринбург, Силәбе, Мәскәү, Ҡазан, Дағстан, Башҡортостан ҡалалары вәкилдәре бар», — тип хәбәр итте ойоштороусыларҙың береһе Гөлгөнә Баймырҙина.

Фестиваль майҙансыҡтарында ғәҙәти уҡтан атыу, башҡорт милли ризыҡтарын әҙерләү буйынса семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре, биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары эштәренең күргәҙмәһе була.

Сара дүртенсе тапҡыр уҙғарыла. Ошо ваҡыт эсендә ул республикала ла, унан ситтә лә популярлыҡ яулап өлгөрҙө. Фестивалде ҡарарға, ғәҙәттә, күрше илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән киләләр. Бындай этнофестивалдәр ваҡиғалар туризмы саралары календарын байыта һәм Рәсәй туризмының абруйын күтәрә.

Ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Ғафури районы хакимиәте, «Мәргән уҡсы» ғәҙәти уҡтан атыу буйынса автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы.
Читайте нас: