Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Август 2019, 16:59

Бәйгенең тәүге этабы тамам!

“Айыҡ ауыл” бәйгеһенең беренсе этабы тамамланды, “Райондың айыҡ ауылы” исеменә дәғүә итеүселәр билдәләнде.

Бәйгенең тәүге этабында Башҡортостандың 53 районының 400-ҙән ашыу ауылы ҡатнашҡан, лидерҙар араһында – Илеш (22 ауыл), Ауырғазы, Яңауыл (һәр ҡайһыһында 18-шәр ауыл), Дәүләкән, Мәләүез, Ҡырмыҫҡалы (һәр ҡайһыһында 16-шар ауыл) райондары.

Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер төбәктәрҙә саранан бер генә ауыл биләмәһенең дә ситтә ҡалмауы билдәле. Мәҫәлән, Стәрлебеш районында 15 ауыл биләмәһе бар, бәйгелә ҡатнашыуға һәммәһе лә ғариза биргән. Благовар, Ейәнсура, Благовещен райондарынан да 15 ғариза ҡабул иткәндәр. Әйткәндәй, Ейәнсура районында хакимиәт башлығы башланғысы менән урында ла бәйге үтәсәк, бының өсөн махсус приз фонды булдырылған. Күләме өс урын өсөн – 300, 200, 100 мең һум.

Бәйге барған осорҙа халыҡ араһында алкоголле эсемлектәрҙе һәм тәмәкене ҡулланыуға, рекламалауға ҡаршы аңлатыу эштәре алып барыласаҡ, алкоголь, тәмәке, наркотиктар ҡоллоғона эләккән кешеләргә аныҡ ярҙам күрһәтеләсәк, шулай уҡ спиртлы эсемлектәрҙе һәм башҡа зарарлы матдәләрҙең файҙалы яҡтары булыуы тураһындағы уйҙырмаларҙы, ҡалыптарҙы инҡар итеү йәһәтенән мәғлүмәти ярҙам күрһәтеләсәк, сәләмәтлек, һаулыҡ һаҡлау темаларына конференциялар, курстар ойоштороласаҡ.

Бәйгенең икенсе этабында муниципаль кимәлдә еңгән ауылдар көс һынашасаҡ, был саралар сентябрҙән 30 ноябргә тиклем барасаҡ. Республика этабына ғаризалар 1 декабрҙән ҡабул ителә. Бәйге һөҙөмтәләре киләһе йылдың мартында иғлан ителәсәк.

Сараның маҡсаты бер: кеше күңелендә үҙенең һәм яҡындарының сәләмәтлегенә ҡарата иғтибар тыуҙырыу, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, ауылдарҙа эскелеккә ҡаршы көрәш ойоштороу, аңлатыу эштәре алып барыу.

Быйылғы конкурстың даирәһе һәм мөмкинлектәре күпкә киңерәк, приздар фонды ла элекке йылдарҙағыға ҡарағанда байтаҡҡа юғары.

Еңеп сыҡҡан ауылдар араһында өс алдынғы билдәләнәсәк. Беренсе урын өсөн – 500 мең һум, икенсегә – 250 мең һум, өсөнсөгә 150 мең һум аҡсалата бүләк ҡаралған. Был аҡса ауылдарҙың мәнфәғәте өсөн файҙаланыласаҡ. Унан тыш, сарала әүҙем ҡатнашҡан, “Айыҡ ауыл” акцияһын яҡтыртырға, пропагандаларға ярҙам иткән, аныҡ һөҙөмтәләр күрһәткән бер төркөм шәхестәр ҙә билдәләнәсәк. Был исемлеккә ауыл алдынғылары, пенсионерҙар, журналистар, спорт, мәҙәниәт йондоҙҙары һәм башҡаларҙың инеүе ихтимал.

Бәйгене ойоштороусылар быйыл конкурста ҡатнашыусыларҙың йәмәғәт әүҙемлеген, акция тураһындағы мәғлүмәттең матбуғат сараларында, интернет селтәрендә таралыуын да иҫәпкә аласаҡ. Шуға ла ауылдарҙа, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, сәләмәт тормошто, айыҡ йәшәйеште пропагандалаған саралар үтә икән, улар хаҡында яҙғанда #Трезвоесело2019 йәки #Айыҡауыл2019 хэштегтарын ҡулланыу, ауылдың аныҡ адресын күрһәтеп яҙыу зарур.

#Трезвоесело2019

#Айыҡауыл2019
Читайте нас: