Башҡортостан командаһы был мауыҡтырғыс сарала йыл да әүҙем ҡатнашып килә.
Биш йыл элек беҙҙең пенсионерҙар 26-сы урында булһа, һуңғы ярыштарҙа 12-сегә күтәрелде. Быйыл спартакиаданың үҙебеҙҙә үткәрелеүе өлкәндәрҙе тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға дәртләндерер, улар был юлы лидерҙар рәтендә булыр тип ышанабыҙ.
Оҙаҡламай Өфөгә етмеш төбәктән 600-гә яҡын пенсионер киләсәк. Улар теннис, дартс, шахмат, йөҙөү, еңел атлетика буйынса ярыштарҙа көс һынашасаҡ, үҙҙәрен берҙәм, татыу ғаиләнең бер өлөшө итеп тоясаҡ, ихтыяр көсөн, оҫталығын күрһәтәсәк.
Спорт сараһы “Динамо” стадионында 24 августа асыла, ә спартакиаданы ябыу тантанаһы быйыл файҙаланыуға тапшырылған Спорт әҙерлеге үҙәгендә үтәсәк.