Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Август 2019, 20:31

Изге һөнәр эйәһе

Йәш белгес Зөмәрә Биғәлиева Бәләбәй медицина училищеһын тамамлағандан һуn, тыуған яғына ҡайта.

— Минең вазифама амбулатор ҡабул итеү, саҡырыуҙар буйынса хеҙмәт кyрһәтеү керә, — тип таныштыра yҙенең hөнeри эшсәнлеге менән Зөмeрә Сулпан ҡыҙы. — Хеҙмәт кyрһәтеү зонаһында әле 199 кеше бар. Ауылда сабый балалар тыумай тиерлек. Быйыл бер генә яңы тыуған бала ла,шулай уҡ үлеүселәр ҙә юҡ. Бер йыл эсендә барлығы 2131 ауырыу ҡабул ителде. Халыҡ араһында һаулыҡ буйынса аңлатыу эштәре алып барам, профилактик әңгәмәләр үткәрәм. Ятып дауаланыусыларға хеҙмәт күрһәтәм, диспансерлаштырыу үткәрәм. Ҡайһы берҙә пациентттың дөйөм хәле ауырлаша, hәм уның ғүмере ҡыл өҫтөндә була тиерлек. Бындай осраҡтарҙа юғалып ҡалмаҫҡа, «ашығыс ярҙам» килгәнсе, кешенең хәлен тотороҡло дәрәжәлә булһа ла һаҡлап ҡалырға тырышырға кәрәк. Юҡҡа ғына беренсел медицина ярҙамын — дауалауҙа уңыш нигеҙе, тимәйҙәр.

Һәр осраҡ хәтерҙә ҡала, әммә Зөмәрә Сулпан ҡыҙы ҡылған эш-ғәмәлдәрен батырлыҡ, тип һанамай, был минең вазифам, эшем, ти. Кешеләргә үҙ мәлендә ярҙам күрһәтһәң - шул, осрағанда рәхмәт әйтһәләр — был уның өсөн иң ҙур шатлыҡ.

Зөмәрә Биғәлиева Тулбай ауылында фельдшер булып 36 йыл эшләй. Һәр эштең үҙ нескәлеге тигәндәй, уның эше төнгө саҡрыуҙар менән бәйле. Ә бит әле ғаиләгә hәм йорт хужалығына ваҡыт бүлергә лә кәрәк.

— Хеҙмәт көнөнән һуң мине hәр саҡ хуплаған hәм аңлаған ғаиләм көтә. Был беҙҙең hөнәр кешеләре өсөн бик мөhим, — тип дауам итә Зөмәрә Сулпан ҡыҙы — 1983 йыл аҙағында, хеҙмәт биографиям башында Шамил Айытғәли улына кейәүгә сыҡтым. Ул ғүмере буйы механизатор, бригадир булды. Хәҙер фермер хужалығында эшләй. Ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек. Олоһо Алина ғаиләһе менән Приютта йәшәй, кесеһе Айгизә быйыл урта мәктәпте тамамланы. Мал-тыуар аҫрайбыҙ, баҡса үҫтерәбеҙ, ауылда унан башҡа булмай.

Yҙ вазифаларына намыҫлы мөнәсәбәте өсөн ул Башҡортостан Республикаһының 100-йыллыҡ юбилейы миҙалы менән бүләкләнгән, Маҡтау грамоталары бар. ФАП бинаһында таҙа, уңайлы, кәрәкле барлыҡ йыһаз бар. Хәҙер барлыҡ медицина инструменты бер тапҡыр ҡулланыла, был эште шаҡтай еңеләйтә. Уның берҙән-бер теләге — коридор түбәһен ремонтларға кәрәк.

Илшат Хәйретдинов,

автор фотоһы.
Читайте нас: