Һайлау көнөндә операторҙар КОИБ-тың төҙөклөгөн, һайлаусының бюллетенде дөрөҫ индереүен, кәрәк саҡта консультация ярҙамы күрһәтергә тейеш. Уҡыу барышында операторҙар теорияны өйрәнә, һуңынан белемен ғәмәлдә камиллаштыра. Йәғни сара барышында улар КОИБ-ты монтажларға, тауыш биреү көнө алдынан уның эшкә һәләтлелеген тикшерергә, тәүге күрһәткестәрҙе тултырырға (көнө һәм тауыш биреү ваҡыты, һайлау участкаһы һаны), һайлау һөҙөмтәһен баҫтырып сығарыу серҙәренә төшөнә. Уҡыу тамамланғас, операторҙар тест һорауҙарына яуап биреп, танытма аласаҡ.
Мәғлүм булыуынса, Берҙәм һайлау көнөндә республикала 225 дана КОИБ ҡулланыу ҡаралған. Шулай уҡ 410 һайлау участкаһы һәм бөтә 69 территориаль һайлау комиссияһы ла видеокамералар менән йыһазландырыласаҡ