Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
23 Август 2019, 04:15
Ағыу ашауҙан халыҡ ҡырыла ғына...
Воронеж өлкәһендә ошо арала ғына ун кеше ағыулы бәшмәк ашау сәбәпле һәләк булған.
Мәғлүмәттәр буйынса, әле өлкә дауаханаһында 11 кеше дауалана, бишәүһе ауыр хәлдә, икәүһе – реанимацияла.
Табиптар әйтеүенсә, күптәр ағыулы бәшмәкте ашарға яраҡлыларҙан айырмай. Өҫтәүенә ҡайһы берәүҙәр хәле насарланыу менән дауаханаға мөрәжәғәт итмәй ваҡытты һуҙа, былай ҙа үтер, тип уйлайҙарҙыр, моғайын. Ҡайһы саҡта сир айға тиклем һуҙыла.
Тамбов өлкәһендә лә быйыл ағыуланыусылар күп. Дауаханаға эләккән 49 кешенең берәүһе йән биргән. Бәшмәкте тейешенсә әҙерләмәү, санитария-гигиена талаптарын боҙоу бәләгә килтергән. Ә Черкесск ҡалаһында интоксикациянан медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре ағыуланған. Стационарҙың биләмәһендә генә бәшмәк йыйып ашарға уйлағандар... Берәүһен ҡотҡара алмағандар, икенсеһе – реанимацияла. Белгород өлкәһендә тотош ғаилә вафат булған. Үкенескә күрә, беҙҙең Башҡортостанда ла ундайҙар бар.
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
20 Август , 15:57
Яҡтылыҡ hәм йылылыҡ донъяһы
Общие статьи
20 Август , 08:39
Тәрбиәсе - икенсе әсәй ул
Общие статьи
19 Август , 04:30
«Мастерица» ательеһына сәйәхәт!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"