Өҫтәүенә, һауа сифатын яҡшыртыу маҡсатында, газ-моторлы транспорт алыу планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы матбуғат хеҙмәтенән.
Әйтеүҙәренсә, милли проектҡа ярашлы булдырылған “Таҙа һауа” төбәк проектында ҡаралғанса, республикалағы предприятиеларҙы яңыртыу иҫәбенә атмосфера һауаһының сифатын яҡшыртыу маҡсаты тормошҡа ашырыласаҡ, был саралар өсөн 32 миллиард һум аҡса тотоноу күҙаллана.
Бынан тыш, газ яғыулығы менән эшләгән 70-тән ашыу автобус алыу планлаштырыла, улар Өфө эсендә йөрөйәсәк. Дүрт газ станцияһы төҙөләсәк. Әле республикала автомобилдәр өсөн 16 газ менән тулыландырыу компрессорлы станцияһы булһа, 2022 йылға тиклем уларҙың иҫәбен ике тапҡырға арттырыу ҡаралған. Милли проектҡа ярашлы, Салауат, Сибай, Учалы ҡалаларында атмосфераны автоматлаштырылған күҙәтеү пункттары барлыҡҡа киләсәк.
Билдәле булыуынса, республикала “Башнефть”, Башҡорт сода компанияһы, “Полиэф”, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, Белорет металлургия заводы, “НефАЗ”, “Газпром нефтехим Салауат” кеүек ҡеүәтле сәнәғәт предприятиелары эшләй.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты