Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Август 2019, 15:59

Тәү тапҡыр - мәктәпкә

Мәктәп тормошоноң тәүге йылы - баланың ғүмерендәге иң мөһим ваҡиғаларының береһе. Тап ошо осорҙа уҡыуҙағы уңыштарға нигеҙ һалына.

Беренсе класҡа барғас, баланың тормошо ҡырҡа үҙгәрә: яңы мөнәсәбәттәр, яңы бәйләнештәр, яңы талаптар һәм бурыстар уның алдына баҫа, тәүге уҡыу көнөндә үк аҡыл һәм физик көсөн, иғтибарҙы туплау кеүек мәсьәләләр ҡуйыла. Ошоға тиклем уйындан башҡа мәшәҡәтте белмәгән бала өсөн был ҙур һынау. Шуға күрә мәктәпкә алдан әҙерләнеү, ул ҡуйған тәртипкә өйрәнеү, күнегеү мөһим. Быға ике-өс көн генә аҙ. Балаларҙың 60 процентына яңы тәртипкә өйрәнеү өсөн ике-өс ай етә, 30 проценты - ярты йыл, ҡайһы берҙәре тотош уҡыу йылын сарыф итә. Иң ҡатмарлы осор -тәүге ай. Шуға күрә тап ошо мәлдә балаға ҡарата үтә иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Мәктәпкә өйрәнеүҙең ауыр кисерелеүе шунда сағыла: уҡыусы юҡ-барға ҡыҙып китеүсән, тиҙ арый, мәктәпкә барғыһы килмәй, төрлө сәбәп менән өйҙә ҡалыу яғын ҡарай.

Мәктәпкә өйрәнеүҙе еңеләйтеү өсөн бала күңелендә уҡыусының ыңғай образын булдырыу мөһим. Бәләкәсегеҙҙә белемгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләргә тырышығыҙ, күберәк бергә уҡығыҙ, төрлө энциклопедия менән танышығыҙ, мәктәпкә ыңғай ҡараш тыуҙырған фильмдар ҡарағыҙ. Буласаҡ уҡыусының башланғыс кластарҙа уңышлы уҡып йөрөгән балалар менән аралашыуы ла файҙалы булыр. Үҙегеҙҙең мәктәп йылдарын иҫегеҙгә төшөрөп, балағыҙға ошо турала һөйләгеҙ. 1 сентябрҙә хәҙер инде уҡыусы булған бәләкәсегеҙ өсөн матур ғына байрам ойошторорға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта белем алыуҙың көндәлек ныҡышмалы хеҙмәт икәнлеген дә онотоп ебәрмәгеҙ, балағыҙға ла ошо фекерҙе аңлатырға тырышығыҙ.

Ҡайһы бер ата-әсәләр мәктәп формаһына кире ҡарашта, ул баланың иркен сикләй, тип иҫәпләй.

Мәктәп формаһы кешене кескәй саҡтан тәртипкә өйрәтә, үҙ әйберҙәренә, кейеменә һаҡсыл ҡараш, йыйнаҡлыҡ, бөхтәлек тәрбиәләй, уҡыусының зауығын үҫтерә. Балала билдәле бер социаль төркөмгә ҡарағаны өсөн ғорурлыҡ уяна, үҙ-үҙенә ышанысы арта.

Тап ошондай хәл-шарттарҙа ярҙам итер өсөн «Балалар ышаныс телефоны» сайты һәм ҡыҙыу линияһы булдырылған, телефон 8-800-200-01-22. Сайттағы материалдар ата-әсәләрҙең дә, балаларҙың да киң таралған һорауҙарына яуап табырға ярҙам итәсәк. Ә ҡыҙыу линияға шылтыратып, һеҙ квалификациялы психологтарҙан ярҙам һәм кәңәш, бөтөнләй аноним рәүештә кәрәкле ярҙам, ә ҡайһы саҡ ҡотолоу сараһы ла ала алаһығыҙ. Һәм һеҙ нимә һайлыуығыҙ «Ышанырғамы йәки тикшерергәме» мөһим түгел, был һәр осраҡта ла битарафлыҡҡа ҡарағанда яҡшыраҡ.
Читайте нас: