1944 йылдың 25 авгусында Плетцензее төрмәһендә, Германиянең Император суды ҡарары нигеҙендә, Муса Йәлил һәм уның 10 көрәштәше: Абдулла Алиш, Ғайнан Кормаш, Фоат Булатов, Фоат Сәйфелмөлөков, Ғариф Шабай, Әхмәт Симай, Абдулла Баттал, Зиннәт Хәсәнов, Әхәт Атнашев, Сәлим Бухараевтың (ысын исеме — Ғәлләнур Бухараев) башы сабыла.
Муса Йәлилде Башҡортостан менән күп нәмә берләштерә, Өфөлә булғанында ул башҡорт яҙыусылары, шағирҙары, композиторҙары менән аралашҡан. Уның исемен мәңгеләштереү өсөн шағирҙың тыуған ауылында (Ырымбур өлкәһе) мемориаль комплекс төҙөлгән, төбәк-ара йәмәғәт фонды булдырылған, фондтың төбәк бүлексәләре Башҡортостанда һәм Татарстанда бар.