Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Август 2019, 20:52

Бүләккә - автомобиль.

Республика Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, ураҡта ҡатнашыусыларҙың иң яҡшыларын йәнә автомобиль менән бүләкләйәсәктәр.

Күрһәтмәгә Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Бөтәһе ун автомобиль тапшырыласаҡ. Шуларҙың алтыһы - иң яҡшы комбайнсыларға. Үҙйөрөшлө бесән сапҡыс һәм шәкәр сөгөлдөрө йыйыу машиналары операторҙарына, ураҡта ҡатнашҡан йөк автомобиле шоферына һәм туңға һөргән механизаторға ла машина биреләсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ярыштар үткәреү осоронда бындай бүләккә әлшәйҙәр ҙә лайыҡ булғайны. Былтыр яңы “Нива Шевроле” автомобиле асҡысын Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылынан Башҡортостан аграр университеты студенты Айгиз Сәләмов алды. Унан алдағы йылда бүләккә Тавричанка ауылынан тәжрибәле механизатор Владимир Филонов лайыҡ булғайны. Уларҙың икеһе лә Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтарында хеҙмәт һалды.

"Әлшәй хәбәрҙәре"
Читайте нас: